Донъя көлә белгәнгә генә күрә һаҡланып ҡалған

Донъя көлә белгәнгә  генә  күрә һаҡланып ҡалған
Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының алдында бер юлы ишетмәгән дә, күрмәгән дә ҡулланыусыларҙың  ялын ойоштороу һәм уларҙы уҡыуға, китапҡа ылыҡтырыу бурысы ла тора. Ошо оло маҡсат менән Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында Леонид Соколовтың “Автограф” исемле китабы  ҡабарынҡы шрифтлы Брайль системаһы менән нәшер ителде.
Китап “Һуҡыр-күрмәүселәргә ярҙам итеү Хәйриә фонды Берләшмәһе” ның финанс яҡтан ярҙамы менән сыҡты. 
Леонид Соколовтың “Автограф” исемле йыйынтығы сатира һәм юмор аша кешеләрҙе етешһеҙлектәренән ҡотолорға ярҙам итә, күңелле шаян һүҙҙәр менән уҡыусыларҙың күңелен күтәрә. Бында төрлө жанрҙар урын тапҡан: көлкөлө хикәйәләр ҙә, кесе күләмле мәҫәлдәр ҙә, ике юллыҡтар ҙа, “тәртипһеҙ һүҙлек”тәр ҙә… Ни өсөн автор нәҡ  шаян,  көлөкөлө  әҫәрҙәр яҙа һуң? Быны Леонид Соколов шулай ти: “Минең аңлауымса, шаяртыу – ул изгелек, күңел киңлелегенә бәйле. Юмор, шаян һүҙҙәр менән көн күрәбеҙ, Габрлылар юҡҡа ғына: “Донъя көлә белгәнгә  генә  күрә һаҡланып ҡалған”,– тип әйтмәйҙәрҙер бит. Һәр тыуған көнгә шатлана белеү һәләте һуҡыр-күрмәүселәрҙе аяҡҡа баҫтырыу  өсөн ифрат та кәрәк. Донъя яҡтыһынан һәм тауыш ишетеүҙән мәхрүмдәрҙең үҙ-үҙҙәренә ышаныстары артһын, рухтарын күтәрелһен өсөн Һуҡырҙар өсөн махсус китапхана барыһын да эшләй  һәм эшләйәсәк. Был китапты нәшерләүҙең сәбәбе тағы ла шунда, уны башынан аҙағына тиклем уҡыу ҙа кәрәкмәй, улай уҡыу мөмкинселектәре сикләнгәндәргә ауыр ҙа булыуы мөмкин. Бында үҙеңә оҡшаған ҡыҙыҡлы әйберҙәрҙе генә һайлап уҡып та күңелде күтәрергә лә мөмкин. Һуҡыр-күрмәүсе был китаптан юморескаларҙы уҡып йылмая икән– был беҙҙең китапханасылар өсөн иң ҙур баһа буласаҡ.
Нәшерләнгән китаптар  китапхананың (БСРБС) фондына тапшырылды һәм китапхананың  филиалдарына, һуҡыр-күрмәүселәр йәшәгән төбәктәргә ебәреләсәктәр. Тираждың бер өлөшө яҡташтарыбыҙ йәшәгән күрше өлкәләргә лә юлланасаҡ.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.