Республикабыҙҙың"Хәрби дан" музейына экскурсия

Республикабыҙҙың"Хәрби дан" музейына экскурсия
2015 йылдың 28 авгусында Республикабыҙҙың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы бер юлы ишетмәгән дә күрмәгән дә уҡыусылары өсөн Хәрби Дан музейына күсмә экскурсия ойошторҙо. Уҡыусылар музейҙың төп һөм махсус ҡулайлаштырылған экспозициялары менән таныштылар. Даими эшләп килгән “Башҡортостан Икенсе Бөтәдонъя һуғышында”экспозицияһы: “Башҡорт йорто”,”Һуғышҡа оҙатыу”, ”Үҫмерҙәр станок артында” диорамалары, айырым урын шулай уҡ интернационалист-яугирҙәрҙең батырлығына арналған экспозициялар– барыһы ла Брайль системаһы буйынса этикетаж менән ҡулайлаштырылып эшләнгән.
Музейҙың икенсе ҡаты тулыһынса “1941-1945 йылдарҙа Хәрби хәрәкәт”темаһына арнала һәм һуғыш мәлендә хәл иткес алыштарға бағышланған. “Сталинградты обороналау”, “Курск хәл иткес һуғышы”, “Төнъяҡ-көнбайыш йүнәлеше”, “Мәскәү күге һағында”, “Берлинға!” диорамалары– былар барыһы ла беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары хаҡында һөйләй.
“Берлинға!”диорамаһы Мишкә районы Янагош ауылында тыуған яҡташыбыҙ Ғәзи Заһитовтың батырлыҡтары хаҡында һөйләй. Ул РККА-ға 1940 йылда алына һәм Берлинғаса барып етә.1945 йылдың апрель айында рейхстагты алып Ҡыҙыл байраҡты элер өсөн үҙҙәре теләгән штурмовиктар араһында Заһитов та була. Улар сарлаҡтың тәҙрәһе аша Еңеү Аллаһы скульптураһына байраҡты беркетәләр. 1997 йылда Г.К. Заһитовтың туғандарына Советтар Союзы Геройының алтын йондоҙо тапшырыла.
Экскурсанттар ары насар күреүселәр, һуҡырҙар, бер юлы ишетмәгән дә күрмәгәндәр өсөн махсус “Тарихҡа ҡағылып ал” исемле тактиль (тотоп ҡарамалы) күргәҙмә менән дә таныштылар. Музей хеҙмәткәрҙәре тотоп ҡарар өсөн хаттар, ордендар, миҙалдар, һуғыш мәлендә ҡулланылған көнкүреш әйберҙәрен дә әҙерләгәйнеләр.Һуғыш ҡоралдарынан тактиль күргәҙмәлә 1941-1945 йылдарҙағы пистолет-пулемет Шпагина (ППШ) ла бар ине.
Күпселек уҡыусылар экскурсия ваҡытында үҙ ғаилә ағзаларының ярҙамы менән файҙаландылар. Мәғлүмәт тейешлесә уҡыусыларға барып етһен өсөн дактиль әлифбаһы белгесе һәм сурдотәржемәсе лә ярҙамға килде. Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының бер юлы ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған уҡыусылары “Со-единение” фондына һәм китапханаға улар өсөн яраҡлаштырылған экскурсия өсөн рәхмәттәрен белдерҙеләр.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.