Новости

29.07.2022
Книжная выставка «Дружба начинается с улыбки»
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының кескәй ҡулланыусылары өсөн "Дуҫлыҡ йылмайыуҙан башлана" китап күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә халыҡ-ара дуҫлыҡ көнөнә арнала. 
Боронғолар "дуҫтарһыҙ тормош бер ни түгел, ә унан ҡасыу, ҡояшһыҙ донъяла йәшәү менән тиң. Дуҫлыҡ аҡыл менән бер рәттән ҡәҙер ителә һәм таланттан да өҫтөнөрәк",- тигән. Дуҫлыҡты һәр быуатта ла ҡиммәткә тиңләгәндәр. 
28.07.2022
Презентация пособия «Женский портрет: Рашида Искандаровна Султанова»
Бөгөн Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында онлайн режимда "Ҡатын-ҡыҙ портреты: Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова" әсбабының презентацияһы үтте. Ул РБ ҡатын-ҡыҙҙар союзы вәкиле Рәшиҙә апай Солтанованың 75 йыллыҡ юбилейына арналды. 
Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы - Башҡортостанда иң билдәле ҡатын-ҡыҙ. Ул кеше хоҡуғы һәм ҡиммәттәре, ғүмере һәм һаулығы һағында тора. Һәм уларҙы парламент трибунаһынан йәки һайлаусылар менән осрашыу барышында ғына һаҡлап ҡалмай. 
27.07.2022
Инклюзивный час в специальной библиотеке
26 июль М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында балалар өсөн "Йырҙар йырларбыҙ, уйындар уйнарбыҙ" инклюзив сәғәт үтте. Сара барышында йәш уҡыусылар өсөн уйынлы-конкурслы программа алып барылды. 
Балалар күп милләтле республика территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың ҡыҫҡаса тарихы, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты. Артабан алған белемдәрен викторина һорауҙарына яуап биргәндә, йомаҡтар сискәндә нығытты. Сара аҙағында хәрәкәтле уйындар уйнанылар.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.