Төбәк-ара семинарҙа ҡатнашыу

Участие в республиканском семинаре-практикуме
26 июндә Ишембай районының Үрге Этҡол ауылында Республикабыҙҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы Ишембай район хакимиәте менән берлектә төбәк-ара “Ауыл китапханаһы заман ысынбарлығында”исемле семинар-практикум уҙғарҙы.
Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Шаһиева ихлас күңелдән тәбрикләне. Мәҙәниәт Министрлығы һәм Ә.З. Вәлиди исемендәге китапхана етәкселеге тарафынан иң шәп китапханасыларға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Эш барышында китапханасыларҙың эшмәкәрлегенә ҡағылған  һорауҙарға яуап бирелде.
Семинарҙа шулай уҡ Республикабыҙҙың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының директор урынбаҫары Олег Иванович Кушнерук та ҡатнашты һәм үҙенең сығышында мөмкинселектәре сикләнгән уҡыусылар менән виртуаль аралашыуҙың әлеге ваҡытта сиктәре  киң икәнлегенә баҫым яһаны.
Төбәк-ара семинар- практикум бик уңышлы булды. Был сарала  Башҡортостан Республикаһының Үҙәкләштерелгән китапханаларынан барыһы 70 кеше  ҡатнашты.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.