Новости

13.11.2015
Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөнә ҡарата
13 ноябрҙә бөтә донъяла Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө билдәләнә. Ошо көнгә “Мегафон” компанияһы күреү һәләттәре насар булған һәм ишетмәгән ҡулланыусыларға Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһына һуҡырҙар һәм ишетмәгәндәр өсөн ҡулайлаштырылған фильмдарҙың дисктарын бүләк иттеләр.
 
11.11.2015
“Компьютер һәм һуҡыр ҡулланыусы” тигән түңәрәк өҫтәл
Ошо исем аҫтында 10 ноябрҙә Башҡортостан  Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында түңәрәк өҫтәл уҙғарылды.  Был сара “Аҡ таяҡ” айлығы эсендә үтте. Фекер алышыуҙа йыл да китапханала бушлай ойошторолоусы компьютер курстарының сығарылыш уҡыусылары ҡатнашты. 
 
09.11.2015
“Компьютер һәм һуҡыр ҡулланыусы”
Ошо исем аҫтында 10 ноябрҙә Башҡортостан  Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында түңәрәк өҫтәл уҙғарыласаҡ. Фекер алышыуҙа йыл да китапханала бушлай ойошторолоусы компьютер курстарының сығарылыш уҡыусылары ҡатнашасаҡ. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.