“Компьютер һәм һуҡыр ҡулланыусы”

“Компьютер һәм һуҡыр ҡулланыусы”
Ошо исем аҫтында 10 ноябрҙә Башҡортостан  Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында түңәрәк өҫтәл уҙғарыласаҡ. Фекер алышыуҙа йыл да китапханала бушлай ойошторолоусы компьютер курстарының сығарылыш уҡыусылары ҡатнашасаҡ. Проект 2007 йылдан алып тормошҡа ашырыла килә, ошо арауыҡта йөҙҙән артыҡ кеше  белемен камиллаштырҙы, шәхси компьютер менән ҡулланырға өйрәнде. Курстарҙың алмаштырғыһыҙ етәксеһе информацион технологиялар бүлеге белгесе Бәҙретдинов Фәнүр Инсафетдин улы. Ул  ҡулланыусыларҙың компьютер технологиялары буйынса белемдәрен камиллаштырыуҙа өлгәшкән уңыштарына йомғаҡ яһаясаҡ. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәнгә күрә китапханаға йөрөй алмаусылар өсөн өйҙә уҡытыу проекты ла барлыҡҡа килтерелде.
Әңгәмә ваҡытында төрлө йылдарҙа уҡыуҙарын тамамлаусылар үҙҙәренең уңыштары, яулаған  еңеүҙәре хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашасаҡтар. Программаны тағы ла нығыраҡ камиллаштырыу өсөн тәҡдимдәр әйтәсәктәр.
Тағы ла 2016 йылда һуҡырҙар араһында иң оҫта  шәхси компьютерҙа ҡулланыусылар  конкурсын уҙғарыу проекты хаҡында фекер алышыу ҙа буласаҡ. Компьютер күреү һәләттәре насар булғандарға реабилитациялау сараларының иң уңышлыһы булып тора. Ләкин әлегә ундай ҡулланыусыларҙың һаны бик әҙ. Уның төп сәбәбе– күҙҙәре насар күргәндәрҙең һәм уларҙың яҡындарының  һуҡырҙар өсөн асыҡ экран программаһы булыуы хаҡында хәбәрҙар булмауы тора.
Күреү һәләттәре булмағандар араһында шәхси компьютер менән ҡулланыусылар конкурсы уҙғарыу был хәлде яҡшыртыуға килтерәсәк. Конкурсты ваҡытлы матбуғат биттәрендә яҡтыртыу– компьютер тифлотехнологияларының мөмкинселектәре хаҡында  халыҡ араһында  мәғлүмәттең киң таралыуына килтерәсәк.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.