Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөнә ҡарата

Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөнә ҡарата
13 ноябрҙә бөтә донъяла Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө билдәләнә. Ошо көнгә “Мегафон” компанияһы күреү һәләттәре насар булған һәм ишетмәгән ҡулланыусыларға Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһына һуҡырҙар һәм ишетмәгәндәр өсөн ҡулайлаштырылған фильмдарҙың дисктарын бүләк иттеләр.
Бүләк ителгән фильмдар журналист, продюсер Лидия Андреева һәм  “Ялҡынлы йөрәктәр” Хәйриә йәмғиәте тарафынан эшләнгәндәр һәм “Һуҡырҙарға һәм һаңғырауҙарға кино” проекты эсендә яҙылғандар.  Был – заман кинематографын күреү һәм ишетеү һәләттәре булмағандарға махсус технологиялар аша аңлайышлы итеп эшләнгән проект. Фильмдар тифлоаңлатмалы, экранда барған күренештәрҙе диктор аңлатып һөйләп бара. Ошондай технологиялар менән яҙылған фильмдар–күҙҙәре насар күргәндәргә һәм тома һуҡырҙарға кинокартина йәки мультфильм ҡарарға, уны аңларға мөмкинселек биреүсе берҙән-бер сара. Бүләк ителгән фильмдар барыһы ла тифлоаңлатмалы, бына улар: Антон Сиверстың тарихи фильмы “Василиса”(2014), Тимур Бекмамбетовтың “Выкрутасы”(2010), һәм “Три богатыря. Ход конем”(2014) тиҙ арала техник яҡтан эшкәртелеп Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының  һәм уның филиалдарының  фондына һалынасаҡ.
Әлеге ваҡытта махсус китапхана һаҡлағысында тифлоаңлатмалы 40 ашыу фильм бар, уларҙың 15-е китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында үҙаллы яҙылғандар.
“Мегафон” компанияһы һәм  “Ялҡынлы йөрәктәр”” хәйриә акцияһы ярҙамында беҙҙең ҡулланыусылар өсөн фильмдар фонды күпкә байытылды.
“Мегафон” компанияһын һәм Волга буйы филиалының Башҡортостандағы бүлегенә, “Ялҡынлы йөрәктәр”Хәйриә йәмғиәтенә, шәхсән– Михаил Самарскийға –  барлыҡ ҡулланыусылар исеменән ихлас күңелдән рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.