Новости
Һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһында “Китапханаларҙың цифра дәүерендә үҙгәреүҙәр кисереүе” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылды. Был сарала 120-нән ашыу ойошма: Рәсәйҙең 38 өлкәһенән, шулай уҡ Белоруссиянан:, Ҡаҙағстандан, Япониянан һәм Ҡытайҙан насар күреүселәр менән эш итеүсе ойошма вәкилдәре ҡатнашты.
15 ноябрҙә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының ял итеү залында бер юлы ишетмәгән дә, күрмәгән дә уҡыусылар өсөн “Беҙ сәй өҫтәле артында әңгәмәләшәбеҙ”исеме аҫтында сираттағы ултырыш булды. Ҡатнашыусыларҙы китапхана хеҙмәткәрҙәре яңылыҡтар менән таныштырғас, бер юлы ишетмәгән дә, күрмәгәндәргә ярҙам итеүсе ойошма“Со-единение”матди яҡтан ярҙам күрһәтеп сәй эсергә төрлө тәм-томдар килтергәйне. Бер береһе менән аралашып сәй эскәндә, өҫтәлдәге ризыҡтарҙың бешереү ысулдары менән дә таныштылар уҡыусылар.
Страницы
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 492
- 493
- 494
- 495
- 496
- 497
- 498
- 499
- 500
- …
- следующая ›
- последняя »