Новости

11.02.2022
Памяти Рами Гарипова.
11 февраль, Рәми Ғариповтың тыуған көнө алдынан, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Йырҙарыма ҡайтам әҙәби-музыкаль кисә үтте. Сара китапхана фойеһында барҙы. Медиаүҙәк аша ҙурайтылған һүрәттәр, тауышландырылған материалдар менән ҡатнашыусылар башҡорт шағиры һәм уның ғаиләһе менән таныша алды. Сара барышында халыҡ шағирының шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны. Йырҙарҙы Зарема Сөләймәнова, Олег Бугров башҡарҙы. Сарала ҡатнаша алмағандар өсөн онлайн трансляция барҙы. Уны һеҙ ҙә Одноклассники социаль селтәрендә ҡарай алаһығыҙ.
10.02.2022
Ко Дню юного героя антифашиста.
Отрядта мине бөркөт балаһы, дошмандар бөркөт тип йөрөтәләр ине. Ошондай һүҙҙәр менән йәш антифашист геройы көнөнә арналған тифлосәғәт башланып китте. 
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре патриотик тәрбиә биреү буйынса онлайн формала Өфө ҡалаһы 28-се мәктәп-интернаты уҡыусылары өсөн сара үткәрҙе.
08.02.2022
 Рәми Ғарипов: "Йырҙарыма ҡайтам".

12 февраль Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреатына 90 йыл тулған булыр ине. Рәми Ғарипов яҡты донъя менән хушлашҡанда, уға ни бары 45 йәш була. Уның һабантурғай тураһында бер шиғыры бар. Ул моңло тауышы менән ерҙе күктәргә саҡыра. Юҡ,был һабантурғай түгел. Был шағир йөрәге шулай йырлай. Рәми Ғарипов тере сағында уҡ башҡорт шиғриәтендә мөһим ролдәрҙең береһен ала, әммә танылыу йылдар үткәс кенә, үлеменән һуң килә.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.