Новости

22.02.2022
Познавательный час «Родной язык – душа народа».

Халыҡ-ара туған тел көнө айҡанлы, Белорет коррекцион мәктәбендә "Туған тел - халыҡ күңеле" белем сәғәте үтте. 
Сараны махсус китапхананың Белорет филиалы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. 
Сара барышында балалар туған тел көнө тураһында белделәр. Был көн 2000 йылдан алып билдәләнә. Тел - ул халыҡ мәҙәниәте. Шуға күрә уны һаҡларға кәрәк. Һәм һәр көн үҙ телеңдә аралашырға. Ә сит телдәр менән танышыу донъяның ни тиклем ҡыҙыҡлы һәм төрлө булыуын аңларға ярҙам итә. 

21.02.2022
Объявление.
Хөрмәтле уҡыусылар! 
22 февраль китапхана 17:00 тиклем эшләй. 
23 февраль - Ял көнө. 
24 февраль - эш көнө. 
Администрация
21.02.2022
В Международный день родного языка.
Йыл һайын 21 февраль донъяла Халыҡ-ара туған тел көнө үткәрелә. Башҡортостан - күп милләтле республика. Һәр милләт - ҡабатланмаҫ мәҙәниәт, тарих, йолалар һәм, әлбиттә, тел. 21 февраль М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Тере тел, туған һүҙ" шиғри флешмобын ойошторҙо. Онлайн форматта китапханасылар һәм уҡыусылар туған тел тураһында шиғырҙар уҡыны. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы 28-се коррекцион урта интернет-мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. Әүҙем ҡулланыусылар башҡарыуында башҡорт, сыуаш һәм рус шағирҙарының шиғырҙары яңғыраны.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.