Йәш антифашист геройы көнөнә

Отрядта мине бөркөт балаһы, дошмандар бөркөт тип йөрөтәләр ине. Ошондай һүҙҙәр менән йәш антифашист геройы көнөнә арналған тифлосәғәт башланып китте. 
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре патриотик тәрбиә биреү буйынса онлайн формала Өфө ҡалаһы 28-се мәктәп-интернаты уҡыусылары өсөн сара үткәрҙе.
 
Һуғыш - ул фажиғәле күренеш. Һуғыштағы балалар тағы ла фажиғәлерәк. Уларҙың бала сағын яндырғандар, атҡандар, үлтергәндәр. Бомбалар һәм пулялар, аслыҡ, ҡурҡытыуҙар, атайһыҙлыҡ менән үлтергәндәр. 
Беҙҙең быуынға быны онотмау мөһим. Кемдәр улар? 5, 10, 12 йәшлек геройҙар? Үкенескә күрә, бөтә йәш геройҙар тураһында һөйләп булмай. Әммә ләкин ҡайһы берҙәре тураһында китапҡа яҙылған. 
Китапханасылар иң билдәле пионер-геройҙар тураһында һөйләне: Валя Котик, Зина Портнова, Лена Голикова, Марат Кази.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.