Новости

21.01.2022
"Ете тажлы сәскә әкиәтенә"
Махсус китапхананың Бәләбәй филиалы хеҙмәткәрҙәре коррекцион мәктәп уҡыусылары өсөн Валентин Петр улы Катаевтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған тематик сара үткәрҙе. Ҡунаҡтар өсөн әҙәби сәйәхәт әҙерләнде: "Ете тажлы сәскә" әкиәтенә"
19.01.2022
Библиотечный десант «PRO-ДВИЖЕНИЕ КНИГИ»

27 ғинуар М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Өфө медицина колледжында  "PRO-ДВИЖЕНИЕ КНИГИ" китапхана десанты пиар акцияһын үткәрәсәк. Проект һуҡырҙарҙың һәм насар күреүселәрҙең мәғлүмәт алыуын үҫтереү һәм китапхана яңы уҡыусылар йәлеп итеү.

19.01.2022
Хөрмәтле китапхана уҡыусылары! Һеҙҙең иғтибарға Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһының айлыҡ журналына күҙәтеү тәҡдим итәбеҙ.
Журнал һуҡырҙар өсөн йәмғиәт ойошмаларының тормошон яҡтырта, уларҙың етәкселәренең һәм башҡа ағзаларының эшмәкәрлеге тураһында һөйләй. Бынан тыш, журнал һуҡыр шағирҙарҙың  прозаһын һәм шиғырҙарын баҫтыра, юбилей даталарына материалдар бирә, төрлө рубрикалар алып бара. Журнал махсус китапхана фондында тәҡдим ителә.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.