Филиалдарҙан яңылыҡтар. Белорет

Вести из филиалов. Белорецк.
Махсус китапхананың Белорет филиалы кескәй уҡыусылары, Рәсәй, Израиль, Германия, Ҡаҙағстан, Украина, Белоруссияның 84 ҡалаһынан килгән рәсәй
рәссамдарының “АКВА-АРТ” акварель эштәр күргәҙмәһендә булып ҡайтты.
Экспозицияла төрлө жанрҙар бар: пейзаж, натюрморт, портрет һ.б. Маринист рәссамдарҙың ижади бигерәк тә көслө тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡатнашыусылар был акварель илендә тирә-яҡ донъяның матурлығын яңы яҡтан астылар.
 

Салауат көнө алдынан

В канун Дня Салавата Юлаева
Башҡортостан тәбиғәте менән генә түгел, ә батыр улдарына ла бай. Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор 1754 йылдың 16 июнендә тыуған.
265 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, 11 июнь махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре уҡыусылары менән Салауат һәйкәленә экскурсия яһаны. Был һәйкәл Башҡортостандың визит карточкаһы. Экскурсияла ҡатнашыусылар һәйкәлдең биографияһы, тыуыу тарихы менән таныштылар. Шулай уҡ майҙандың һәм Ватан этно-паркының тактиль мнемосхемаһын өйрәнделәр. Был мнемосхема БДПУ студенттары тарафынан яһалды.

Рәсәй көнөнә ҡарата

Ко Дню России
Рәсәй көнө алдынан махсус китапхананың Бәләбәй филиалы 8-се мәктәптең йәйге лагеры уҡыусылары өсөн “Рәсәй флагы” викторинаһын үткәрҙе.
12 июнь Рәсәй көнө тип билдәләнә. Был көн халыҡтар берләшеүе, азатлыҡ, тыныслыҡ һәм илебеҙҙең бөгөнгөһө, киләсәге өсөн яуаплылыҡ тотоу
символы булып тора.
Сара аҙағында балалар Рәсәй флагы һәм гербы тураһында шиғырҙар ятланылар.

Китапхана ҡала йәмғиәт премияһы еңеүселәре иҫәбендә

Расима Тикеева и театр "Балаганчик"
Назиля Давлетханова
10 июнь ҡала мәҙәниәт һарайында XIII ҡала йәмғиәт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.
Махсус китапхананың хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Рәсимә Текәева “Өфө – мәҙәниәт өлкәһендә ҙур еңеүҙәр ҡалаһы” номинацияһында беренсе урынды алды.
Шулай уҡ беҙҙең хеҙмәткәр Нәзилә Дәүләтханова “Өфө – тиң мөмкинлектәр булдырыусы ҡала” номинацияһы лауреты булды.
Әйткәндәй, был конкурста китапхана икенсе йыл рәттән еңеүселәр иҫәбенә инә.
Сарала, шулай уҡ, күп кенә башлыҡтар ҙа ҡатнашты.

“Тюлькин һәм уның уҡыусылары” күргәҙмәһе

Выставка «Тюлькин и его ученики».
Махсус китапхана М. В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт сәнғәт музейы фондынан әҫәрҙәренән торған күсмә күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Һүрәттәрҙең факсимиль күсермәләре полиграфик киндер материалдарҙа бирелә. Экспозицияға 20-гә яҡын эш ингән.
Александр Эрастович Тюлькин – график рәссам, башҡорт рәссам мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Өфө сәнғәт училищеһында 25 йыл уҡыта, күп быуын рәссамдар сығара. Улар араһында Б. Домашников, А. Пантелеев, Ф. Кащеев, Р.Нурмухаметов, М. Назаров, А. Лотфуллин, П. Салмасов һ.б. бар.
А. Э. Тюлькин 1888 йылдың 19 (30) авгусында Өфө ҡалаһында крәҫтиән П. А. Соколов ғаиләһендә тыуған.
1901 йылдың ғинуарында уны Э. Е. Тюлькин уллыҡҡа ала һәм үҙ фамилияһын бирә. Тәүге рәсем дәрестәрен ул атаһынан ала. Ҡазандағы художество мәктәбен тамамлағандан һуң, Өфөгә ҡайта. Күп осраҡта натюрморт, пейзаждар, һирәк кенә тарихи һәм көнкүреш темаларына һүрәттәр яҙа.
Тюлькин әҫәрҙәренең күбеһе йыйылма музейҙарҙа һаҡлана. Шул иҫәптән Рус дәүләт музейында, Третьяков дәүләт галереяһында, Өфө ҡалаһының милли музейында һәм башҡаларҙа. Өфөлә рәссамдың мемориаль йорт-музейы асылған.
Күргәҙмә Өфө ҡалаһы Киров урамы, 47 адресы буйынса 30 сентябргә тиклем эшләйәсәк.
Транспорт туҡталышы “Витамин заводы”.

“Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы” китап күргәҙмәһе

Книжная выставка "Славный сын башкирского народа"
Махсус китапханаһы С. Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыу айҡанлы “Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы” китап күргәҙмәһен аса.
Салауат Юлаев 1754 йылдың 16 июнендә хәҙерге Салауат районы Тәкәй ауылында донъяға килгән. Ул Шайтан-Көҙәй ырыуының тархандары ғаиләһенән. Атаһы Юлай Аҙналин Рәсәй империяһына хеҙмәт иткән. 1768 йылда Ырымбур губернаторы кенәз А. А. Путятин Юлай Аҙналинды
Шайтан-Көҙөй өйәҙе башҡорт командаһының старшинаһы итеп тәғәйенләй.
Салауат Крәҫтиән болаһының тап уртаһында ҡайнай. Пугачевҡа килеп ҡушылғанда уға ни бары 19 йәш кенә була. 1774 йылдың 25 ноябрендә Салауат ҡулға алына. 
Ҡатындарын һәм балаларын тотоп Өфөгә килтерәләр. 1775 йылдың 2 октябрендә Салауатты атаһы менән бергә Балтикалағы Рогервик ҡәлғәһенә мәңгелек каторгаға оҙаталар. Тотҡонда ул 25 йыл ғүмерен үткәрә һәм шунда уҡ йәнен бирә. Документтар буйынса Салауат 1800 йылдың 26 сентябрендә үлә.
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә:
«Говорящие» книги на оптических СД-дисках:
Салават Юлаев [Электронный ресурс]: худож. фильм с тифлокоммент.; СССР, Союздетфильм, 1940 г. / реж. Я. Протазанов; в ролях: А. Мубаряков, М. Глузский, Г. Милляр, Н. Крючков и др.; тифлокомментирование Г. Евдищенко. — Уфа: БРСБС, 2016. — 1 электрон. опт. диск (DVD). — (12+).
Злобин, Степан. Салауат Юлаев [Электронный ресурс] = Салават Юлаев: тарихи роман / С. Злобин; укый Р. Кәримов. — Өфө: БРҺМК, 2006. — 2 электрон. опт. диск (CD-ROM): 19 с 50 м. — МР3 форматында.
Юлаев, Салават. Стихи [Мультиязыковый электронный ресурс] = Шиғырҙар / С. Юлаев; чит. В. Калмантаева (баш. яз.), М. Апраксина (рус. яз.). — Уфа: БРСБС, 2008. — 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 1 ч 7 м 41 с. — Формат МР3. — (Золотая коллекция электронных башкирских книг). — С изд.: Уфа: Китап, 2004 (баш; рус).
«Говорящие» книги на флешкартах:
Злобин, С. Салават Юлаев [Электронный ресурс]: исторический роман: на баш. яз. / С. Злобин; чит. Р. Каримова // Гиляжев, Х. Солдаты без погон [Электронный ресурс]: роман: на баш. яз. / Х. Гиляжев; чит. В. Калмантаева. — Уфа: БРСБС, 2014. — 1 фк. (79 ч 49 м 55 с).
Идельбаев, М. Сын Юлая Салават [Электронный ресурс]: исторический роман: на баш. яз. / М. Идельбаев; чит. Р. Каримова. — Уфа: БРСБС, 2016. — 1 фжд: формат MP3. — С изд.: Уфа: БРСБС, 1997 (кас). — Идельбаев, М. Сын Юлая Салават, звуч. 11 ч. 7 м., чит. Р. Каримова.
Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:
Великий Салават [Шрифт Брайля] = Бөйөк Салауат: стихи; отрывки из прозаических произведений известных поэтов и писателей; фольклорный материал / техн. ред. по Брайлю Р. Кутлумбетов; ред. по Брайлю Г. Ишбулатова; отв. за вып. А. Аминева. — 1-е изд. по Брайлю. — Уфа: БРСБС, 2014. — 1 кн. — Перепеч.: Уфа: Китап, 2014.
Юлаев, Салават. Салават на все времена [Шрифт Брайля]: сборник стихов / Салават Юлаев; сост. Н. Давлетханова; ред. по Брайлю Н. Ишбулатова; техн. ред. по Брайлю Р. Кутлумбетов; отв. за вып. А. Р. Аминева. — 1-е изд. по Брайлю. — Уфа: БРСБС, 2014. — 1 кн.: ил. — (16+).
Юлаев, Салават. СТИХИ [Шрифт Брайля]: на баш. яз. / С. Юлаев; ред. по Брайлю Р. Давлетбердина; техн. ред. по брайлю Ю.И. Босов; ред. текста на баш. М. Тухватшин. — Уфа: БРСБС, 2000. — 1 кн. — Перепеч.: Уфа: Китап, 2000.
«Говорящие» книги на магнитофонных кассетах:
Злобин, Ст. Салават Юлаев [Звукозапись]: Исторический роман / С. Злобин; чит. Р. Каримова. — Уфа: БРСБС, 2004. — 5 мфк. (20 ч.): 2, 38 см/с, 4 дор. — С изд.: Уфа: Китап, 1983. (Баш).
Книги, изданные плоско-печатным шрифтом:
Салават Юлаев [Текст]: энциклопедия / редкол.: И.Г. Илишев (гл. ред.), сост. И. М. Гвоздикова. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. 
Великий Салават [Текст] = Бөйөк Салауат: поэзия: на баш., рус. яз.; фольклор, стихи и отрывки из произвед. известных поэтов и писателей / сост. Г. А. Хисамов. — Уфа: Китап, 2014. — 176 с. 
Галин, Г. Последний путь Салавата. Сподвижники Пугачева в Прибалтике [Текст]: научно-популярное издание. —  Уфа: Китап, 1994. —  128 с.
Гвоздикова, И.М. Салават Юлаев. Исследование документальных источников [Текст]. — 3-е изд., перераб. и доп. Уфа: Китап, 2004. — 232 с.: ил.
Идельбаев, М.Х. Сын Юлая Салават [Текст]. —  Уфа: Китап, 2004. —  224 с.
Салават-батыр навечно в памяти народной [Текст]: сб. докум. / сост. И.М. Гвоздикова. — Уфа: Китап, 2004. — 408 с. 
Салават в башкирском фольклоре: в 2 т. Т. 1 [Текст]: на баш., рус., англ. яз. / Авт.-сост. Ф. Надршина; науч. ред., вступ. ст., коммент. Ф. Надршиной. — Уфа: Информреклама, 2008. — 536 с. 
Салават в башкирском фольклоре: в 2 т. Т.2 [Текст]: на баш., рус., англ. яз. / Авт.-сост. Ф. Надршина; науч. ред., вступ. ст., коммент. Ф. Надршиной. — Уфа: Информреклама, 2008. — 320 с. 
Сидоров, В. Был героем Салават [Текст]. — Уфа: Китап, 2003. — 296 с.: ил.
Хамматов, Яныбай. Салават-батыр [Текст] / Я. Хамматов. — Уфа: Китап, 2004. — 296 с. 
Юлаев, (Салаүат Юлаев). Стихотворения [Текст] = Шиғырзар: на рус. и баш. яз. / С. Юлаев. — Уфа: Китап, 2004. — 160 с.

Беҙҙең Пушкин

Наш Пушкин
 
6 июнь Рәсәйҙә А. С. Пушкиндың тыуыуына 220 йыл билдәләнә. Тап ошо көндә “Балаганчик” китап театры “Бала саҡтан һине уҡырға өйрәндек” тамашаһын күрһәтә. 
Программала театр этюдтары, әҫәрҙәрҙән өҙөктәр, романстарҙан шиғырҙар буласаҡ.
#НашПушкин #КультураРФ

Балаларҙы яҡлау көнөнә

Ко Дню защиты детей
3 июнь махсус китапханала балаларҙы яҡлау көнөнә һәм А. С. Пушкиндың тыуыуына 220 йыл тулыуға арнап кескәйҙәр өсөн сара ойошторолдо.
Тылсымлы урманда балаларҙы Аленушка ҡаршыланы. Ҡустыһы Иванушканы эҙләп йөрөгән сағында ул бал ҡорто менән таныша.
Әкиәт персонаждары уйын формаһында балаларға викторина үткәрә һәм А. Пушкиндың “Поп һәм уның эшсеһе Балда тураһында әкиәт”ен ҡурсаҡ театры сәхнәләштерҙе.
“Минең дуҫым Крок О Дил” һәм “Ҡабарынҡы тылсымлы китаптар” комплекттары балаларға бигерәк тә оҡшаны. Был комплекттар АО «Атомспецтранс» ярҙамы менән баҫтырылды.
Китаптарҙағы ҡабарынҡы һүрәттәр кескәйҙәрҙе белем иленә тартып тора.
Махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы урындағы ВОС ойошмаһы менән берлектә балалар өсөн “Балалар бөтә батшаларҙан да бейегерәк” уйын программаһын әҙерләне.
Кескәй ҡатнашыусылар викторинала үҙҙәрен һынаны, шиғырҙар уҡыны, йәй тураһында йырҙар йырланы.
А. С. Пушкиндың тыуыуына 220 йыл тулыу айҡанлы Бәләбәй филиалы 8-се мәктәптең йәйге лагеры менән берлектә “Лукоморье” әҙәби викторинаһын үткәрҙе. Китапханасылар балаларҙы шағирҙың биографияһы, тормошонан ҡыҙыҡлы факттар менән таныштырҙы. Балалар төрлө конкурстарҙа ҡатнашты.

Тауыштан уҡыуҙар. Петр I

 Петр I.
Махсус китапханала “Петр I идара иткән ваҡыттағы ҡыҙыҡлы факттар” мәғлүмәти сәғәт үтте. Петр I – иң бөйөк батшаларҙың береһе. Уның шәхесе эргәһендә һәр ваҡыт күп легендалар һәм мифтар йөрөй. Көслө һәм ҡыйыу ир уҙаманы илдә яңы үҙгәрештәр һәм реформалар яһай.
Китап уҡыусылар иң тәүҙә уның биографияһы менән таныштылар, аҙаҡ ҡыҙыҡлы факттарға күстеләр. Сара аҙағында викторина үткәрелде.
Сараға әҙерләнгәндә ойоштороусылар китапхана фондында һаҡланған китап материалдарына таяндылар:
1 Рыжов, К. Бөтә донъя монархтары. Рәсәй. М. 1999 485-506 бб.
2 Универсаль мәктәп Энциклопедияһы. Биографиялар/ред. Е.
Журавлев һ.б. М. 2007 409-410 бб.
3 Мин донъяны өйрәнәм. Балалар энциклопедияһы: бүләктәр.
4 Ишимова, А. О. Рәсәй тарихы.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.