Салауат көнө алдынан

В канун Дня Салавата Юлаева
Башҡортостан тәбиғәте менән генә түгел, ә батыр улдарына ла бай. Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор 1754 йылдың 16 июнендә тыуған.
265 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, 11 июнь махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре уҡыусылары менән Салауат һәйкәленә экскурсия яһаны. Был һәйкәл Башҡортостандың визит карточкаһы. Экскурсияла ҡатнашыусылар һәйкәлдең биографияһы, тыуыу тарихы менән таныштылар. Шулай уҡ майҙандың һәм Ватан этно-паркының тактиль мнемосхемаһын өйрәнделәр. Был мнемосхема БДПУ студенттары тарафынан яһалды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.