Балаларҙы яҡлау көнөнә

Ко Дню защиты детей
3 июнь махсус китапханала балаларҙы яҡлау көнөнә һәм А. С. Пушкиндың тыуыуына 220 йыл тулыуға арнап кескәйҙәр өсөн сара ойошторолдо.
Тылсымлы урманда балаларҙы Аленушка ҡаршыланы. Ҡустыһы Иванушканы эҙләп йөрөгән сағында ул бал ҡорто менән таныша.
Әкиәт персонаждары уйын формаһында балаларға викторина үткәрә һәм А. Пушкиндың “Поп һәм уның эшсеһе Балда тураһында әкиәт”ен ҡурсаҡ театры сәхнәләштерҙе.
“Минең дуҫым Крок О Дил” һәм “Ҡабарынҡы тылсымлы китаптар” комплекттары балаларға бигерәк тә оҡшаны. Был комплекттар АО «Атомспецтранс» ярҙамы менән баҫтырылды.
Китаптарҙағы ҡабарынҡы һүрәттәр кескәйҙәрҙе белем иленә тартып тора.
Махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы урындағы ВОС ойошмаһы менән берлектә балалар өсөн “Балалар бөтә батшаларҙан да бейегерәк” уйын программаһын әҙерләне.
Кескәй ҡатнашыусылар викторинала үҙҙәрен һынаны, шиғырҙар уҡыны, йәй тураһында йырҙар йырланы.
А. С. Пушкиндың тыуыуына 220 йыл тулыу айҡанлы Бәләбәй филиалы 8-се мәктәптең йәйге лагеры менән берлектә “Лукоморье” әҙәби викторинаһын үткәрҙе. Китапханасылар балаларҙы шағирҙың биографияһы, тормошонан ҡыҙыҡлы факттар менән таныштырҙы. Балалар төрлө конкурстарҙа ҡатнашты.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.