Новости

03.09.2015
Мөмкинселектәре сикләнгән  һайлаусылар өсөн Хәтернамә
Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында “Мөмкинселектәре сикләнгән һайлаусылар өсөн Хәтернамә (Памятка)” нәшер ителде. Баҫма ҡабарынҡы нөктәле шрифт менән (Брайль системаһында) Үҙәк һайлау комиссияһының ҡушыуы буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә 100 дана тираж менән сыҡты.
 
31.08.2015
“Бер уҡыусы бенефисы” - Фатима Мазитова
Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында  “Бер уҡыусы бенефисы” теҙмәһе дауам итә. 28 августа китапхана уҡыусыларында ҡунаҡта үҙэшмәкәр шағирә, Архангель районының Баҡалды ауылы ҡыҙы Фатима Мәзитова булды. Ул тирә- яҡҡа рәссам, шағирә, йырсы һәм алтын ҡуллы булараҡ танылған шәхес. 
28.08.2015
Республикабыҙҙың"Хәрби дан" музейына экскурсия
2015 йылдың 28 авгусында Республикабыҙҙың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы бер юлы ишетмәгән дә күрмәгән дә уҡыусылары өсөн Хәрби Дан музейына күсмә экскурсия ойошторҙо. Уҡыусылар музейҙың төп һөм махсус ҡулайлаштырылған экспозициялары менән таныштылар. Даими эшләп килгән “Башҡортостан Икенсе Бөтәдонъя һуғышында”экспозицияһы: “Башҡорт йорто”,”Һуғышҡа оҙатыу”, ”Үҫмерҙәр станок артында” диорамалары, айырым урын шулай уҡ интернационалист-яугирҙәрҙең батырлығына арналған экспозициялар– барыһы ла Брайль системаһы буйынса этикетаж менән ҡулайлаштырылып эшләнгән.
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.