Мөмкинселектәре сикләнгән һайлаусылар өсөн Хәтернамә

Мөмкинселектәре сикләнгән  һайлаусылар өсөн Хәтернамә
Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында “Мөмкинселектәре сикләнгән һайлаусылар өсөн Хәтернамә (Памятка)” нәшер ителде. Баҫма ҡабарынҡы нөктәле шрифт менән (Брайль системаһында) Үҙәк һайлау комиссияһының ҡушыуы буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә 100 дана тираж менән сыҡты.
Хәтернамәлә һайлаусыларға тауыш биреү участкаларында һайлау тәртибе хаҡында аңлатма бирелгән. Был баҫма һәр кемдең гражданлыҡ хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуға ярҙам итеүсе Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы тарафынан раҫланған (19-сы статья) сара булып тора:”Һәр кешенең һәм гражданиндың хоҡуғы һәм ирке уның милләтенә, енесенә, затына, теленә, уның мөлкәтенә, ниндәй йәмәғәт ойошмаһына инеүенә, йәшәгән урынына ҡарамай– барыһыныҡы ла бер тигеҙ. Мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙең дә хоҡуғы бер тигеҙ.”
Республикабыҙ граждандарының һайлау хоҡуғы юғарыла әйтеп үтелгән документтың 33 статьяһына яраҡлы рәүештә нығытылған.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.