Новости

02.07.2020
Изданы воспоминания читателей специальной библиотеки о Великой Отечественной войне.
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә "Мин иҫләйем. Мин беләм" аудиопроекты сыҡты. Ул бер-нисә өлөштән тора. Проект Башҡортостанда тыуған кешеләрҙең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөнә бағышлана. 
Шестова Анна Федор ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышының башы тураһында бәйән итә. Дымова Лидия Алексей ҡыҙы һуғыш йылдарына тура килгән бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлаша. Тылдағы батырлыҡтар тураһында Резник Татьяна Яков ҡыҙы, Курбешова Наталья Иван ҡыҙы, Алексеева Тамара Петр ҡыҙы һөйләйҙәр.
19.06.2020
22 июнь - Бөйөк Ватан һуғышының башланыуына 79 йыл. Тап ошо көндә 1941 йыл илебеҙ тарихында иң ҡанлы, ҡурҡыныс һуғыш башлана.

22 июнь - Бөйөк Ватан һуғышының башланыуына 79 йыл. Тап ошо көндә 1941 йыл илебеҙ тарихында иң ҡанлы, ҡурҡыныс һуғыш башлана.
Иҫтәлекле датаға бағышлап, махсус китапханала "Йылдағы иң оҙон көн" видеотрансляцияһы ойошторолдо. Уның рамкаһында "Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан" өҫтәл уйыны үтте. Был уйында һуҡырҙар ҙа, һуҡыр түгелдәр ҙә уйнай ала.
Уйында 4 ҡатнашыусы ҡатнашты. Уйында тактиль уйын майҙаны, кубик, фигуралар (танк, самолет, корабль, пехотинец) бар.
Һорауҙар яҙылған карточкалар ҡабарынҡы нөктәле һәм яҫма шрифтар менән бирелгән.

19.06.2020
Махсус китапханала "Илһам" клубы рамкаһында шағир, публицист, драматург, тәржемәсе Светлана Чураева менән онлайн осрашыу үтте.

Махсус китапханала "Илһам" клубы рамкаһында шағир, публицист, драматург, тәржемәсе Светлана Чураева менән онлайн осрашыу үтте.
Светлана Рөстәм ҡыҙы 1970 йылдың 13 июнендә Новосибирск ҡалаһында тыуған. Урта белемде Өфө ҡалаһының 91-се гимназияһында ала. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Фәрит Иҙрисов менән берлектә Башҡортостан гимнының рус тексы авторы. Бөгөнгө көндә ул "Бельские просторы" журналының төп мөхәрирр урынбаҫары.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.