Новости

16.06.2020

Милли герой Салауат Юлаевтың тыуған көнө

Милли герой Салауат Юлаевтың тыуған көнө  Бөгөн республикала милли герой Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнә.

Бөгөн республикала милли герой Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнә.
1754 йылдың 16 июнендә Тәкәй ауылы Шайтан-Көҙөй волосы Себер юлында тыуған ул. Атаһы Юлай Аҙналин старшина. 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр хәрәкәтендә Е. Пугачев яғында ҡатнаша.
Салауат Юлаев шулай уҡ шағир. Тәүге тапҡыр рус телендә уның шиғырҙары 1880 йылда баҫыла.
Йыл һайын республикала Салауат көндәре үтә. Махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре республика флешмобында ҡатнашты. Шиғырҙар уҡыны. Китапханала "Салауат - батырлыҡ һәм дан символы" күргәҙмәһе ойошторолдо.

11.06.2020

Рәсәй көнө

12 июнь беҙҙең илдә Рәсәй көнө билдәләнә

12 июнь беҙҙең илдә Рәсәй көнө билдәләнә. Был иң "йәш“ дәүләт байрамдарының береһе. 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР-ҙың халыҡ депутаттары съезы Рәсәй дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итте. Ошо көндән алып илебеҙ Рәсәй Федерацияһы тип атала башланы.
Был иреклек, бар халыҡтың килешеү байрамы. Бөгөн ил буйлап төрлө саралар үтә.

09.06.2020

Халыҡ-ара дуҫтар көнө

Бөгөн донъяла дуҫтар көнө билдәләнә. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһәк тә, беҙ дуҫтарға мохтаж икәнлекте иҫкә төшөрөп торорға тейешбеҙ. Кем уйлап тапҡандыр был байрамды, әммә ул бик популяр.

Бөгөн донъяла дуҫтар көнө билдәләнә. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһәк тә, беҙ дуҫтарға мохтаж икәнлекте иҫкә төшөрөп торорға тейешбеҙ. Кем уйлап тапҡандыр был байрамды, әммә ул бик популяр.
Бөгөн махсус китапханала балаларға тифлокомментарийлы йәнһүрәт күрһәтелде. Социаль селтәрҙәрҙә һәм уҡыусылар чатында викторина һорауҙары эленде. Байрамға бағышланған ҡысҡырып уҡыуҙар үтте.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.