Новости

16.07.2020
Лекция из цикла «Екатерина II: остроумная история»

Лекция "Бөйөк Екатерина реформалары" тип атала. Уны тарихсы Александр Каменский алып бара. 
Күсеү өсөн һылтанма:  https://www.culture.ru/movies/4297/reformy-ekateriny-velikoi-lekciya-iz-cikla-ekaterina-ii-ostroumnaya-istoriya

13.07.2020
Книжная выставка произведений Мажита Гафури.

Махсус китапхана абонементы, Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыуға арнап, "Башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы" китап күргәҙмәһен ойошторҙо. 
Мәжит Ғафури - совет шағиры, яҙыусы, публицист. 1880 йылдың 8 июлендә хәҙерге Ғафури районы Елем-Ҡаран ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Тәүҙә ауылында белем ала, аҙаҡ Троицк мәҙрәсәһендә Зәйнулла ишан ҡулы аҫтында уҡый. Ғәрәп, төрөк, иран, рус телдәрен өйрәнә, көнсығыш шиғриәте, классик рус әҙәбиәте, тарих һәм география менән ҡыҙыҡһына. 

09.07.2020
Библиотека для слепых в числе лауреатов конкурса "Лучшие товары Башкортостана"
Махсус китапхана "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" конкурсында "Халыҡты хеҙмәтләндереү" номинацияһына лайыҡ булды. Конкурсҡа "Тыуған ерҙең күп тауышы" ҡабарынҡы график әсбап тәҡдим итте. 
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхананың төп йүнәлештәренең береһе -  тыуған илде өйрәнеү буйынса әҙәбиәт фондын формалаштырыу. Һуҡырҙар өсөн аудиокитаптар ҙа сығарыла. 
Һуҡырҙар өсөн баҫтырылған был мультителле әсбап Башҡортостан башлығы грантына эйә булды.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.