Новости

16.08.2021
Книжная выставка «Сохраняя верность идеалам отцов».
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы ҡунаҡтары һәм ҡулланыусылары иғтибарына "Атайҙар идеалына тоғролоҡ һаҡлап" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә башҡорт шағирәһе Зөһрә Ҡотлогилдинаның 70 йыллыҡ юбилейына бағышлана. 
15.08.2021
Александр Митта режиссер булараҡ кинематографияның ебегәнерәк сағында формалаша. Ул балалар картинаһынан башлай: "Минең дуҫым Колька!", "Ҡурҡыуһыҙ һәм тәнҡитһеҙ" һәм башҡалар. Артабан Митта ҡыйыуыраҡ һәм новаторлы стиль һайлай. 
"Дәрүишлек әкиәте" тәрән фәлсәфә менән тулы. Бында Андрей Мироновтың һуңғы ролдәренең береһе. 
Артабан:  https://www.culture.ru/movies/661/skazka-stranstvii
 
14.08.2021
Алла Сурикованың "Минең ирем булығыҙ" фильмына ҡарап,күптән үткәндәрҙә ҡалған совет көнкүрешен күрергә була. Йәш ҡатын Наташа (Елена Проклова) улы Илья менән (Филипп Адамович) һәм балалар табибы Виктор (Андрей Миронов) курорт ҡаласығында осраша. 
Уларҙың тәүге мәсьәләһе - йәшәргә урын табыу. Һәм был бик күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Фатир табыр өсөн Наташа Викторға ире булып ҡыланырға тәҡдим итә. Артабан иһә комик эпизодтар рәте китә. Фильм аҙағында, әлбиттә, геройҙарға мөхәббәт килә. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.