Новости

26.08.2021
Знамя Победы
"Еңеү байрағы" спектакль-концерты Бөйөк Ватан һуғышын еңеүгә 76 йыл тулыуға арналды. 22 июнь - хәтер һәм ҡайғы көнө. Ғорурлыҡ көнө һәм үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәй, ҡанлы яландарҙа алышҡандарҙы хәтерләү көнө. Был көндө беҙ геройҙарыбыҙҙы оло хөрмәт менән иҫкә төшөрәбеҙ. 
25.08.2021
Усадьба Абрамцево в русской культуре
XIX быуат урталарынан алып Абрамцев йорто рус интеллигенцияһының төпләнер урынына әйләнә. Тәүҙә яҙыусы Сергей Аксаковка, һуңынан меценат Савве Мамонтовҡа ҡунаҡҡа һәм эшкә билдәле әҙәбиәтселәр, сәнғәтселәр, скульпторҙар килә. Бында китаптар яҙыла, новатор идеялар менән бүлешеүҙәр бара, театр декорациялары төшөрөлә һәм бөгөнгө көндә Рәсәйҙең ҙур музейҙарында һаҡланған картиналар эшләнелә. 
24.08.2021
Страницы истории Башкортостана
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы "Башҡортостан тарихы биттәре" фестиваль-марафоны  сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҡала округ презентацияһына саҡыра. Шулай уҡ филармония сәхнәһендә ҡаланың ижад коллективтары башҡарыуында концерт үтәсәк. Программа Башҡортостан республикаһының тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. 
Артабан:  https://www.culture.ru/movies/7710/stranicy-istorii-bashkortostana
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.