Еңеү байрағы 

Знамя Победы
"Еңеү байрағы" спектакль-концерты Бөйөк Ватан һуғышын еңеүгә 76 йыл тулыуға арналды. 22 июнь - хәтер һәм ҡайғы көнө. Ғорурлыҡ көнө һәм үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәй, ҡанлы яландарҙа алышҡандарҙы хәтерләү көнө. Был көндө беҙ геройҙарыбыҙҙы оло хөрмәт менән иҫкә төшөрәбеҙ. 

М. Ю. Лермонтов исемендәге Ставрополь академик драма театрының спектаклендә һуғыш йылдары йырҙары, билдәле шиғырҙар һәм әҫәрҙәр, театрҙың хәрби спектаклдәренән өҙөктәр яңғыраясаҡ. "Еңеү байрағы" - ул нескә һөйөү, ысын дуҫлыҡ, көтөүҙәр, ауырлыҡтар һәм еңеү шатлығы тураһында спектакль. Спектаклдә театрҙың барса тип әйтерлек труппаһы ҡатнаша. 
Спектакль режиссеры - РФ-тың атҡаҙанған артисткаһы Ирина Баранникова. 
Ҡарау киләһе һылтанма буйынса:  https://www.culture.ru/movies/16127/znamya-pobedy

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.