Новости

05.08.2021
Сказание об Александре Невском.
Александр Невский - Новгород кенәзе, Киевтың бөйөк кенәзе, Нева йылғаһы буйында швед ғәскәрҙәрен тар-мар итеүе, Ливон ордены рыцарьҙарын еңеүе менән билдәле. Урта быуаттың иң сағыу фигураларының береһе. 
04.08.2021
Йәйғорло эмаль, тармаҡлы биҙәктәр, аҫыл таштар һәм металдар ялтырауығы. Петр I ваҡытында Рәсәйгә Европанан күп кенә ювелирҙар килә, ә XIX быуат рус ювелир сәнғәтенең сәскә атҡан мәленә әйләнә. 
Иң оҫта һөнәрселәр батша урамындағы тәьмин итеүселәр булып китә. Наталья Ледникова менән бергә Рәсәй империяһының ювелирҙарын иҫкә төшөрәбеҙ. Артабан:  https://www.culture.ru/materials/168453/ne-tolko-faberzhe
31.07.2021
Ун өс һаны бәхетһеҙ һан тип иҫәпләнә. Киноәкиәт һөнәрсеһе Александр Роу өсөн был һынамыш киреһенсә эшләй: тап ун өсөнсө фильм уның иң билдәле хеҙмәтенә әйләнә. "Морозко" киноәкиәте төрлө телдәргә тәржемә ителә һәм Великобритания, ГДР, США, Мексика, Финляндия һәм башҡа илдәр прокатына инә. Һаман да был фильм Рәсәйҙең төп Яңы йыл фильмдарының береһе булып тора. 
Ҡарау:  https://www.culture.ru/movies/784/morozko

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.