Йөрәк моңдары

Фаниль Яманаев
Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының тауыш яҙҙырыу студияһында Уҡыусыларҙың алтын тауышы серияһында үҙешмәкәр композитор һәм шағир Фәнил Яманаевтың йырҙары яҙылған диск эшләнде.
Май айында был ифрат һәләтле шәхес беҙҙең китапханала сығыш яһап, уҡыусыларыбыҙҙы шатландырғайны инде.
Фәнил Яманаев Мәләүез районы Смаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә яҡты донъяға килә. 1973 йылда, мәктәпте тамамлағас, С.М. Киров исемендәге хәрби-диңгеҙ училищеһына уҡырға инә. Хәрби хеҙмәткә Төнъяҡ флотты һайлай. 1976 йылдан запасҡа сыҡҡансы Яманаев һыу аҫты кәмәһе-атом крейсерында борт механигы вазифаһында хеҙмәт итә.
Фәнил Яманаев бынамын тигән рәссам да, шағир ҙа, композитор ҙа, йырсы ла, актер ҙа. Ул Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты, Республиканың ғына түгел, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған шоу-программалар, автор йырсылар конкурстарында еңеүсе булды. Ул Салауат батыр, Көнгәктән Парижға тиклем әҙәби-музыкаль композицияларҙың авторы.
2015 йылда, Еңеү көндәре алдынан, Ватанға тоғро хеҙмәттәре өсөн За верность присяге(Антына тоғро булған өсөн) миҙалы менән бүләкләнә. 2010 йылда Мәләүез Мәҙәниәт һарайы эргәһендә Аманат исемле фольклор вокал-инструменталь ансамбль төҙөлә(етәксеһе Г.Т. Ҡарабаева) һәм үҙешмәкәр авторы һәм башҡарыусыһы Ф.С. Яманаев.
Дискта 19 композиция бирелгән. Көйҙәр, шиғырҙар авторы һәм башҡарыусыһы ла Фәнил Яманаев. Диск техник яҡтан эшкәртелгәндән һуң Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың һәм уның филиалдарының фондына һалынасаҡ.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.