Яңылыҡтар

Дайджест новостей
9 апрель махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында “Курск һандуғастары” һәүәҫкәр ансамбленә арналған музыкаль сәғәт үтте. Ансамбль составына күреү һәләтен юғалтҡан инвалидтар ҙа инә. Рауил Сиражетдинов һәм Сергей Корнев “Автоматлы ҡыҙ илай”, “Әсәйем миңә гитара бүләк итте” йырҙарын башҡарҙылар. Кисәлә ҡатнашыусылар йырҙар тарихы менән таныштылар, фекер алыштылар. 9 апрель махсус китапхананың Бәләбәй филиалы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡаланың 1-се поликлиникаһы, һуҡырҙар өсөн “Йөрәк ауырыуҙары. Нимә эшләргә?” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Сара Бөтә донъя һаулыҡ көнөнә арналды. Врач-терапевт Венера Ҡасимова темаға ярашлы әңгәмә алып барҙы. Космонавтика көнөнә айҡанлы “Йыһан киңлектәре геройҙары” уйын-квест үткәрҙеләр. Коррекцион мәктәптең 3-4 класс уҡыусылары байрам тарихы, уның геройҙары менән таныштылар, уйындар уйнанылар. Бөтә донъя Ер көнөнә бағышлап Бәләбәй филиалы хеҙмәткәрҙәре 3 класс уҡыусыларына асфальтта аҡбур менән һүрәт төшөрөү буйынса конкурс үткәрҙе. Махсус китапхананың Белорет филиалы үҙенең уҡыусылары менән мәҙәниәт һарайына концертҡа барып ҡайтты. “Ирәмәл” халыҡ театры тамашасыларға Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса” спектаклен тәҡдим итте. 14 апрель махсус китапханала Космонавтика көнө айҡанлы тауышлы уҡыуҙар үтте. Сара барышында китап уҡыусылар космонавтика тарихы, Юрий Гагариндың тормошонан ҡайһы бер биографик факттар менән танышты.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.