Виктор Домашниковтың һүрәттәр күргәҙмәһе

Выставка картин Виктора Домашникова
Башҡорт махсус китапханаһы 4 декабрь Өфө рәссамы В. Домашниковтың һүрәттәр күргәҙмәһен аса.
Был күргәҙмәлә рәссамдың 2006 йылдан башланған Париж эштәре тәҡдим ителә. Экспозицияла йәмғеһе 50 хеҙмәт.
Виктор Домашников татыу ғаиләлә тәрбиәләнә, сәнғәт училищеһында уҡыған сағында уҡ төрлө йәштәр, республика, бөтә союз, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
90-сы йылдан алып СССР (Рәсәй) рәссамдар Союзы ағзаһы, 96-сы йылдан – ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы һанала. Уның хеҙмәте илебеҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә һаҡлана.
Домашниковтың Париж сериялары ижадының иң юғары нөктәһен билдәләй. Уның күпмелер өлөшө импрессионизм рухында яҙылһа, ҡалғаны күберәк ысынбарлыҡ манераларын бирә.
Күргәҙмә 14:00 сәғәттә асыла. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47. Эш ваҡыты: 9:00 – 18:00.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.