Тыуған көнөң менән!

Мустафина Флюра Галимхановна
Бөгөн, беҙҙең китапхана ветераны Флүрә Ғәлимхан ҡыҙы Мостафина үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Китапхана эшенә ул 33 йыл ғүмерен бирҙе. Ошо арала ябай китапханасынан бүлек мөдиренә тиклем юл үтте.
Коллектив араһында ла, китап уҡыусылары алдында ла абруй тотто. 1988 йылда СССР Мәҙәниәт министрлығының “Яҡшы хеҙмәт өсөн” билдәһе, 1989 йылда РБ Мәҙәниәт министрлығының почетлы грамотаһы менән бүләкләнде. Ә 1996 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре” исеме бирелде.
Флүрә Ғәлимхан ҡыҙы! Барлыҡ коллектив һеҙгә иң матур теләктәрен һәм оло эшегеҙ өсөн рәхмәтен белдерә.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ябай кеше бәхете һәм тик изгелектәр генә теләйбеҙ!

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.