Тифло-осрашыу: Борай районы.

Тифловстреча: Бураевский район

21 февраль махсус китапханаға һәүәҫкәр шағирә Әлиә Зәки ҡыҙы Хәйруллина киләсәк.  

Әлиә Зәки ҡыҙы 1939 йылда Борай районының Борай ауылында донъяға килгән. Бик иртә атайһыҙ ҡалған ҡыҙ, әсәһенең уң ҡулына әйләнә. Мәктәпте тамамлағас, шунда уҡ вожатый булып ҡала. Һуңынан Бөрө педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләй, һуңынан завуч урынын ала. Тоғро хеҙмәте өсөн, “РФ-ның мәғариф отличнигы”, “РБ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре” исемдәренә лайыҡ. Мәктәптән һуң, Борай районы администрацияһының мәҙәниәт бүлеген етәкләй. 

2015 йылда, татар телендә, “Рәхмәт һиңә, яҙмыш!” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Билдәле композиторҙар Әлиәнең шиғырҙарына йырҙар ҙа яҙа. 

Шулай уҡ, Борай районының талантлы кешеләре хаҡында ағалы-ҡустылы Әлфир һәм Марс Ғәйфуллиндарҙың һүрәттәре лә һөйләр. Уларҙың рәсемдәрендә тыуған ерҙәренең гүзәл тәбиғәте ята. Күп осраҡта, был тәбиғәт ҡосағына кеше һыны индерелмәгән. Унда ҡышҡы ауыл, йылға-күлдәр, тауҙар, ҡояш байышы урын алған.  

Осрашыу барышында, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ, автор башҡарыуында, шиғырҙар, Борай районының һәүәҫкәр артистары йырҙарын тыңлай, һүрәттәр күргәҙмәһен ҡарай ала.  

Осрашыу 21 февраль, 14:00 сәғәттә, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса уҙасаҡ.  

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.