Шиғыр конкурсы

Конкурс чтецов
Бөйөк Ватан һуғышы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге онотолмаҫ яра булып ҡалды. Яҙыусылар һәм шағирҙар әҫәрҙәрендә халыҡтың ауыр яҙмышын, һыҙланыуҙарын еткерергә тырышты. Күп әҙиптәр үҙҙәре лә яу яланын үткән кешеләр.
23 май, Бөйөк Еңеүгә 72 йыл тулыу айҡанлы, һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы шиғырҙар конкурсы үткәрҙе.
Конкурста Өфө ҡалаһының 28-се мәктәп-интернаты уҡыусылары ҡатнашты.
Йәш таланттар классик шағирҙарҙың да, киң танылыу алмаған шағирҙарҙың да әҫәрҙәрен һайланылар. Улар шиғыр уҡыған мәлдә, әйтерһең дә, бөтә зал һуғыш йылдарына әйләнеп ҡайтты.
Был конкурста жюри өс еңеүсене билдәләне: 3-сө урын Евгений Чекаловҡа, 2-се урын Богдан Родионовҡа, 1-се урын Азат Закировҡа бирелде

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.