Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә
3 март һуҡыр композитор Салауат Низаметдиновтың тыуыуына 62 йыл тулды. Бөтә ижади тормош юлы буйына ул беҙҙең иң әүҙем китап уҡыусыбыҙ булды. Классик әҫәрҙәрҙе бигерәк тә яратып уҡый ине ул. Балалары өсөн мәктәп программаһынан китаптар ала ине. Аҙаҡ, танылыу алғас, китапханала уға арналған төрлө кисәләр үтә башланы.
Салауат Низаметдинов бар ғүмерен музыкаға бағышлай. Уның жанрында опера, симфония, хор, романс, драма спектаклдәренә һәм эстрада йырҙарына ла музыка бар.
Бөгөн китапханала композиторға бағышлап мемориаль мөйөш асылған. Шулай уҡ виртуаль рәүештә китап күргәҙмәһе лә тәҡдим ителә. Уны китапхана сайтында ҡарарға мөмкин.
http://brsbs.ru/ru/virtualnye-vystavki/memorialnaya-knizhnaya-vystavka-pamyati-salavata-nizametdinova/27025