Рәсәй федерацияһы президенты гранты буйынса эш.

Работа по Гранту Президента Российской Федерации
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Михаил Афанасий улы Булгаковҡа арналған әҙәби сәғәт үтте. Михаил Булгаков - рус яҙыусыһы, драматург, театр режиссеры һәм актеры, романдар, повестар, хикәйәләр, пьесалар, фельетондар авторы. 

Китапханасылар яҙыусының тормош һәм ижад юлы, характер һыҙаттары, уның билдәле әҫәрҙәре һәм геройҙары тураһында һөйләне. Яҙылған, әммә баҫтырылмаған "Аҡ гвардия" романының яҙмышы менән таныштырҙылар. 
Китапхана ҡулланыусылары һәм ҡунаҡтары өсөн Марина Иванова "Оҫта һәм Маргарита" романынан  өҙөк һөйләне. Шулай уҡ "Иван Василий улы һөнәрен алмаштыра" кинофильмынан өҙөк күрһәтелде. Фильм сценарийы Михаил Булгаков әҫәре мотивтары буйынса яҙылған. 
Сара Рәсәй Федерацияһы президенты гранты сиктәрендә үткәрелде. 
Видеотрансляция яҙмаһы https://ok.ru/live/3449136947030

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.