Памяти Вероники Тушновой

Памяти Вероники Тушновой
25 мартта һуҡырҙар өсөн махсус Башҡортостан Республика китапханаһында “Май шәме” шиғриәт клубында шағирә Вероника Тушнованың тыуыуының 100 йыллығына арналған “Мөхәбәттең шатлыҡлы һәм әсенеүле мәлдәре” исемле -шиғри-музыкаль кисә уҙғарыла.
Вероника Тушнованың тормош юлы – ул күренекле шағирәнең генә түгел, бынамын тигән врачтың да тормош юлы. Медицина белемле булараҡ, В. Тушнова оҙайлы һуғыш йылдары дауамында госпиталдәрҙә яралыларҙы дауалай һәм шиғырҙар яҙа.Ул үҙе шиғырҙар яҙып ҡына ҡалмай, тәржемә менән дә шөғөлләнә. Шағирә Румыния, Һиндостан,Урта Азия, Кавказ, Польша, Югославия һ.б. ил шағирҙарын рус теленә ауҙара. Вероника Тушнованың һүҙҙәренә байтаҡ йырҙар ҙа яҙылған. Шиғриәт һөйөүсе уҡыусыларыбыҙҙы
көндөҙгө сәғәт 14.00, Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында (Киров урамы, 47 адресы буйынса) көтөп ҡалабыҙ. Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә мөмкин.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.