Ололар көнөнә.

Ко дню пожилых людей
Махсус китапханала һәм уның филиалдарында ололар көнөнә бағышланған саралар үтте. 1 октябрь тантанаһы Халыҡ-ара статусҡа эйә. Ҡартлыҡ – көҙ кеүек, алтын ваҡыт, шуға ла ул, тап ошо мәлдә үткәрелә тигән фекер ҙә йөрөй халыҡта.
Был көндөң төп маҡсаты оло кешеләргә осраған ҡыйынлыҡтар, кәртәләргә иғтибар итеү, аңлау, итәғәтлек күрһәтеү.
Баш китапханала был көндө “Йылдарым - байлығым” тип аталған сара уҙғарылды. Совет радиоһы тауышына бар ҡунаҡтар ҙа гимнастика яһаны, сәй өҫтәле артында һәр кем үҙенең йәшлек
йылдары менән уртаҡлашты. Шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны.
Бәләбәй филиалында “Күңелдә яҙ булғанда, көҙ ҙә матур” әҙәби-музыкаль кисә үтте. Кисә коррекцион мәктәп менән бергә ойошторолдо. Сараны алып барыусы Лилиә Ғарипова байрам датаһы менән таныштырҙы, ҡунаҡтарҙы ҡотланы. Уҡыусылар ҡунаҡтарға йырҙар йырланылар,
таҡмаҡ әйттеләр.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.