Октябрьский ҡалаһында тифлосессия

Октябрьский ҡалаһында тифлосессия
2015 йылдың 10 декабрендә Үҙәк китапханала Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының методик эшмәкәрлеге сиктәрендә Октябрьский ҡалаһы үҙәк китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн "Муниципаль китапханаларҙың мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә аңлайышлылығы" тифлосесияһы үтте.
Ҡаланың китапхана хеҙмәткәрҙәре “Рәсәй Федерацияһының инвалидтарҙы социаль яҡлау” федераль законы нигеҙендә йәшәү мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың мәғлүмәт алыу хоҡуҡтары тураһындағы һорауҙарына; Һуҡырҙарҙың, күреү һәләте сикләнгән кешеләрҙең традицион һәм виртуаль селтәргә инеү мөмкинлектәренә; күҙе күрмәгән ҡулланыусыларҙың электрон китап коллекцияларына адаптив һәм виртуаль тьәмин ителеү үҙенсәлектәренә консультациялар алдылар.
Тифлосессия темаһына ҡағылышлы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар бирелде.
Күреү һәм ишетеү һәләттәре сикләнгән ҡулланыусыларҙың яңы төр эшмәкәрлек тәҡдимдәре  нигеҙендә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы тарафынан һуҡырҙар өсөн тифлокоментарийлы “Һунарсы улы” исемле йәнһүрәт ҡуйылды.
2-се модель китапхана асҡан Тифло үҙәктә “Йәйғорҙоң ете төҫө” проектының презентацияһы булды һәм “Тауышлы оркестр” мастер класы үтте.
Шулай уҡ тифлосессия тарафынан сенсор бүлмә презентацияһы менән йәшәү һәләттәре сикләнгән балаларҙың үҙәк балалар китапханаһына экскурсияһы ойошторолдо.
Тифлосессияла Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы директоры урынбаҫары Пантелеева В.Н., инновацион-методик бүлек мөдире Кучербаева И.Н., информацион технологиялар бүлеге белгесе Бәҙретдинов Ф.И., Октябрьский ҡалаһының үҙәк китапханаһының директоры Скворцова Н.А., китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм йәшәү рәүеше сикләнгән уҡыусылар ҡатнаштылар.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.