Өфөлә тифлосессия.

Тифлосессия в Уфе
26 февраль махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре "Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе хеҙмәтләндереүҙә муниципаль китапханаларҙың роле" республика тифлосессияһын үткәрҙе.
Сараны ойоштороусылар: РБ-ның Мәҙәниәт министрлығы, һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы.
Тифлосессияла ҡатнашыусылар: З. Вәлиди исемендәге милли китапхана, Өфө ҡалаһының муниципаль китапханалары, Бөрө, Кушнаренко, Өфө районы китапханалары хеҙмәткәрҙәре.
Махсус китапхана директоры Айгөл Әминева барса халыҡ, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгәндәргә лә мәғлүмәт еткереү саралары булырға тейешлеге, был теманың һәр саҡ актуаль булып ҡаласағы тураһында доклад менән сығыш яһаны.
"Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә китапхана шарттарында ҡулай мөхит формалаштырыу" темаһына түңәрәк өҫтәл артында ҡатнашыусылар актуаль мәсьәләләрҙе тикшерҙеләр.
Сара Өфө ҡалаһының Үҙәк ҡала китапханаһына сәйәхәт менән тамамланды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.