«Музыканың сиге юҡ»

2014 йылдың 18 февралендә Өфө ҡарттар һәм инвалидтар йортонда һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһының хеҙмәткәрҙәре композитор Евгений Крылатовҡа 80 йәш тулыуы айҡанлы музыкаль кисә үткәрәләр.

Евгений Крылатов – совет һәм рәсәй композиторы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, СССР дәүләт премияһы лауреаты, композиторҙар союзы ағзаһы.

Евгений Крылатов үҙенең ижади ғүмерендә төрлө жанрҙарҙа күп әҫәрҙәр ижад итә: симфоник, камерный, эстрада музыкаһы, драма театры, радио һәм телевидения өсөн яҙылған  музыка. Кинематографиялағы ижады бигерәк тә уңышлы.  Евгений Крылатов 140 яҡын фильмдарҙың музыкаһының авторы булып тора.

Уға билдәлелек килтергән мультипликацион фильм «Умка» һәм иҫтә ҡалыусан билдәле «Айыуҙың бишек йыры». Евгений Крылатовтың йырҙары кинемотограф аша билдәлелек ала. Мәҫәлән, «Республиканың байлығы» киноһында А. Миронов башҡарыуындағы «Шпага тураһында йыр», «Ҡанатлы бәүелсәк» («Электрониктың мажаралары»), «Гүзәл йыраҡлыҡ» («Киләсәктең ҡунағы») һ.б.

Кисәлә композиторҙың фильмдарға төрлө йылдарҙа яҙған йырҙары яңғыратыласаҡ.

Хәҙерге ваҡытта үҙенең йәшенә ҡарамаҫтан композитор Евгений Павлович Крылатов ижади эшмәкәрлеге менән актив шөғөлләнә.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.