Мир Веры

Вера Фролова
Сәнғәт донъяһына атылып килеп инеп, ул үҙенең һәр эше менән яңынан яңы юғарылыҡтарға ирешә. Уның тарафынан ойошторолған һәр күргәҙмә халыҡ тарафынан, белгес булһынмы ул, ябай кешеме, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул ителә.
“Вераның донъяһы”– рәссамдың унынсы персональ күргәҙмәһе 16 ғинуарҙа Башҡортостан республика махсуслаштырылған китапханаһында асыла. Экспозицияла майлы буяу менән туҡымаға һәм ҡатырғаға төшөрөлгән 38 эш ҡуйылған. Экспозицияның үҙәгендә төп тема булып балалыҡ һәм әсәлек темаһы тора.
Шәхес булараҡ, Вера үҙе лә, уның ижады ла мөғжизәле һәм Һоҡландырғыс. Уның сәнғәте– ул рәссамдың эске донъяһы аша ҡабул ителгән Башҡортостандың мәҙәниәте, ғаилә һәм тормош фәлсәфәһе.
Сәнғәт донъяһына аяҡ баҫҡан мәлдән Вера үҙенсәлекле эштәре менән халыҡты таң ҡалдырҙы. Уның тәүге аҙымдарынан уҡ, танылған башҡорт мәктәбе корифейҙары– билдәле примитивист Михаил Назаров, стилизация оҫтаһы Ренат Вәлиуллин һәм реализм вәкиле Риф Абдуллин, уға таяныс булдылар.
Вераның картиналарында күп милләтле республикабыҙ халыҡтарының мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнеү, камиллыҡҡа ынтылыу сағылыу таба. Уның картиналары милли колорит менән һуғарылған; уның әҫәрҙәренән ихласлыҡ һәм ябайлыҡ бөркөлә. Улар һәр кемде ашыҡмай ғына айырым бер мөғжизәле сихри донъяға әйҙәйҙәр. 
Вера Фролованың эштәренең төп йүнәлеше – башҡорт ауылы һәм ҡабатланмаҫ Урал тәбиғәте. Уның эштәренә композицион үҙенсәлектән башҡа, тәрән хисле лек, быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ аҡыллылығына һоҡланыу хас.
Ошо с әнғәт беҙҙе донъяға сабыйҙарса ҙур асылған күҙҙәр менән ҡарарға мәжбүр итә, һәр бер ыңғай ваҡиғаға һоҡланырға, киләсәккә ышанырға өйрәтә. Күргәҙ мәгә ҡуйылған эштәр шуны раҫлай. Үҙенең картиналарында классик сәнғәт менән бергә импрессионизм һәм символизмды берләштереп алып барып, рәссам үҙенә генә хас айырым бер донъяны булдыра, шәхси параллель ысынбарлығын тыуҙыра. Был донъя – ул яҡтылыҡ, йылылыҡ һәм рәхәтлек, мөхәббәт һәм күңелгә ятышлы килешле донъя, бында мөмкин булмаған һис нәмә юҡ.
 Уның һүрәттәрендә көслө яҡтылыҡ, шатлыҡ, гүзәллек күренә, былар барыһы ла рәссамдың холоҡ-фиғеленең сағылышы, сөнки Вера үҙе алдынғы һәм яҡты ҡарашлы кеше булараҡ, беҙгә тыуған яҡтың сағыу ҡояшын, сәскәләрҙең хуш еҫен, кеше менән тәбиғәттең үҙ-ара килешеп йәшәүен, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сибәр леген һәм сабыйҙарҙың сафлығын бүләк итә, был бит ул үҙе тыуҙырған айырым бер бәхетле донъя.
 
Күргәҙмә көндөҙгө 14.00 сәғәттә, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса уҙғарыласаҡ.
“Витамин заводы” туҡталышына килгән бөтә төр транспорттар менән ҡулланырға мөмкин.
 
 
 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.