Ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ-түлек әҙерләү буйынса конкурс

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ-түлек әҙерләү буйынса “Йомарт көҙ” тип аталған конкурс үтте. Был конкурс, һис шикһеҙ, оҫталыҡ һәм эштең нескәлектәрен белеүҙе талап итә.
Конкурстың тәүге этабында ҡатнашыусылар жюрины өйгә эш менән таныштырҙы, ҡайнатма ҡайнатыу ысулдары, маринадлау, тоҙлау һәм баҡсала үҫкән башҡа уңыштарҙан аҙыҡ әҙерләү тураһында һөйләнеләр.
“Һүҙ төҙө” исемле икенсе этапта китапхана уҡыусылары хәрефтәрҙән үлән атамаларын йыйҙылар. Конкурс аҙағында теләүселәр көҙ тураһында шиғырҙар уҡынылар, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Сарала бөтәһе лә, рецептар менән уртаҡлаштылар, файҙалы кәңәштәр алдылар һәм конкурсты ойоштороусыларға изге теләктәрен ҡалдырҙылар.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.