Исаак Дунаевский: "Оптимизм тулы йырҙар".

Исаак Дунаевский: «Песни полные оптимизма»
Махсус китапхананың Белорет филиалында Исаак Дунаевскийҙың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы сара үтте. Филиал етәксеһе Алевтина Макарова композиторҙың ҡыҫҡа, әммә емешле тормошо тураһында һөйләне.
Исаак Осипов улын замандаштары еңел йыр короле тип атап йөрөтә. Сөнки уның бөтә ижады: оперетталар, популяр фильмдарға музыка, уның музыкаһына йырҙар - барыһы ла яҡты һәм күңелле төҫтәр менән яҙылған.
Замандаштары һүҙенә ышанғанда, талантлы композитор буйға тәпәшерәк, йөҙгә лә әллә ни артыҡ матурлыҡ бирелмәгән, ләкин тик ултырмаҫ, тере, сос аҡыллы, янып торған күҙле кеше булған. Уның әҫәрҙәре ваҡыт һынауы аша үткән һәм һис шикһеҙ бөйөк булып ҡала.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.