Иғтибар көн дә кәрәк.

Иғтибар көн дә кәрәк.
Ололар көнө тигәндә, беҙ ғәҙәттә оло йәштәге туғандарыбыҙҙы – олатай-өләсәйҙәребеҙҙе, күрше әбей-бабайҙарҙы ҡотлау зарурлығын иҫкә төшөрәбеҙ. Ошо көндә уларға йылы һүҙҙәребеҙҙе күберәк әйтеп ҡалырға тырышабыҙ. Эйе, был көндә ғүмере буйы тир түгеп, балаларын аяҡҡа баҫтырырға тырышып йәшәгән кисәге хеҙмәткәрҙәрҙе – бөгөнгө ветерандарҙы, хаҡлы ялдағыларҙы иғтибарҙан, йылы мөғәләмәбеҙҙән мәхрүм ҡалдырырға ярамай. Көндән-көн етеҙерәккә, тынғыһыҙыраҡҡа әйләнә барған был донъяла кисәге йәштәргә – бөгөнгө ололарға – йәмғиәттең ҡурсыуы, ярҙамы, аҡтыҡ сиктә, бер йылы һүҙе етмәүенә иғтибар итергә өндәп, 1990 йылдың 15 декабрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ассамблеяһы 1 октябрҙе Ололар көнө тип иған итә. Тәүҙә Ололар көнөн Европала, аҙағыраҡ Америкала, артабан – туҡһанынсы йылдар аҙаҡтарында – бөтөн донъяла билдәләй башлайҙар.
Был көндә бөтөн донъя йәмәғәтселеге социаль яҡтан әүҙем ҡатламға – йәш хеҙмәткәрҙәргә ҡараусыһыҙ ҡалған ата-әсәләр проблемаһын, ғөмүмән, донъялағы кешелектең йылдан-йыл ҡартая барыуын, оло йәштәгеләрҙе социаль тормошҡа йәлеп итеү зарурлығын, ололарға мөнәсәбәтте үҙгәртеү кәрәклеген еткерергә теләй. Әйтергә кәрәк – ҡуйған маҡсаттарына ирешәләр ҙә. Был көндә кешемен тигән кеше үҙенә донъя бүләк иткән ата-әсәһенә, өләсәй, олатайҙарына, оло йәштәге инәйҙәргә, бабайҙарға яҡты йөҙ күрһәтә, йылы һүҙ менән өндәшергә тырыша. Уйлай китһәң, һин бәләкәй саҡта ошо кешеләр көслө, ҡарыулы булған – улар бөйөк илде тергеҙәйек, аяҡҡа баҫтырайыҡ, тип тырышып эшләгән, бил бөккән. Уларҙың хеҙмәт емештәре беҙҙең бала сағыбыҙҙы йылы, бөтөн, туҡ иткән. Бөгөн килеп, бәғзе берәүҙәребеҙ ошо кешеләргә иғтибарһыҙлыҡ күрһәтергә, хатта, айырыуса битһеҙҙәр уларҙы ҡыйырһытырға ла күп һорамай. Ә ниндәй тәрән аҡыл, йылдар буйы йыйылған тәжрибә ята ололар иңендә. Шуға күрә, бер көн генә түгел – һәр көн ололарға иғтибар, ихтирам көнө булһын.
Гөлнар Ишбулатова. 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.