Һайлау хоҡуғы буйынса конкурстың һуңғы этабы

Заключительный этап конкурса по избирательному праву

28 октябрь 14:00 сәғәттә ZOOM майҙанында мөмкинлектәре сикле граждандар араһында һайлау хоҡуғы буйынса конкурс үтәсәк. 
Һуңғы икенсе турҙа 18 йәштән оло бар теләүселәр ҙә ҡатнаша ала. Беренсе тур һөҙөмтәләре буйынса, дөрөҫ яуап биргән ҡатнашыусылар берәр балл алдылар.

Конкурс ҡатнашыусыларын интеллектуаль блиц-һорауҙар, һайлау хоҡуғы буйынса викторина һорауҙары көтә. Был этап һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк һәм бүләкләнәсәк. Иң әүҙем ҡатнашыусылар ҙа иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ.
Конкурс ZOOM майҙанында онлайн режимда үтә. Күсеү өсөн һылтанма: https://us02web.zoom.us/j/85491986571
Алып барыусының һорауҙарына ҡатнашыусылар яуапты WhatsApp мессенджеры чатына ебәрергә тейештәр. 
Ҡатнашыусылар алдан үҙ аллы ZOOM платформаһына теркәлергә тейеш.
Конкурстың маҡсаты: мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе республиканың йәмғиәти-сәйәси тормошона ҡыҙыҡһыныу уятыу. 
Конкурстың ойоштороусылары Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы һәм Башҡортостан республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.