Һайлау хоҡуғы буйынса конкурс үтәсәк

Пройдет конкурс по избирательному праву
Үҙәк һайлау комиссияһы апрель айында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы буйынса республика конкурсын үткәрә. 
Конкурс саралары муниципаль белем биреү учреждениеларында апрель айында үтәсәк. Маҡсаты - мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы һайлауҙарға йәлеп итеү, уларҙың һайлаусы булараҡ конституцион хоҡуҡтарын аңлатыу, актив гражданлыҡ позицияһын формалаштырыу. 
Конкурс, 2011 йылдан алып йыл һайын үткәрелеп тора. Элек конкурс М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында һәм Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбендә үткәрелә ине. Быйыл конкурс географияһы Башҡортостан республикаһының бөтә муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында тәҡдим ителде. 
Махсус китапхана ҡулланыусылары өсөн конкурс Өфө ҡалаһы Совет ҡала район округында уҙасаҡ. Конкурс 25 апрель 15:00 сәғәттә башлана. 
Конкурсҡа әҙерләү сиктәрендә махсус китапханала һайлау хоҡуғы буйынса лекторий үтәсәк Башҡортостан республика Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары һорауҙарға яуап бирәсәк. 
Лекторий 20 апрель 15:00 сәғ. үтә. 
Адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47, "Витамин заводы" туҡталышы

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.