Филиалдарҙан яңылыҡтар. Бәләбәй

Новости из филиала. Белебей
Махсус китапхананың Бәләбәй филиалы, коррекцион мәктәптең администрацияһы менән берлектә, 2-се класс уҡыусылары өсөн “Беҙҙең мәктәп иле” эрудит-шоу ойошторҙо.
Сараның маҡсаты – балаларҙа уҡыуға ҡыҙыҡһыныу үҫтереү. Балалар “Дәрес” һәм “Тәнәфес” командаларына бүленеп, әҙәби яҡтан белемдәрен, сосҡорлоғон күрһәттеләр. Ҡатнашыусылар математика, әҙәбиәт, тарих станциялары буйлап сәйәхәт иттеләр, күңелле тәнәфестә уйнанылар, үҙҙәрен эҙләнеүсе ролендә һынап ҡаранылар.
Һәр дөрөҫ яуап өсөн командалар баллдар йыйҙы. Һөҙөмтәләр буйынса, дуҫлыҡ еңеп сыҡты. Китапхана хеҙмәткәрҙәре һәр ҡатнашыусыға татлы бүләктәр өләште.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.