«BashDic» - «Китап» нәшриәтенең электрон уҡыу баҫмаһы

 «BashDic» - электронное учебное издание от Китап
З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, Башҡортостан Республикаһы башлығы грантын тормошҡа ашырыу рамкаһында, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм инвалидтар өсөн «BashDic» электрон уҡыу баҫмаһын тәҡдим итә.
«BashDic» - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм инвалидтар өсөн русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлектең яраҡлаштырылған уникаль электрон баҫмаһы.
Электрон баҫма, үҙаллы өйрәнеү өсөн, системаға һалынған уҡыу материалын үҙ эсенә туплаған. Был программала башҡорт һүҙҙәрен үҙләштереү интерактив элементтар һәм навигацион аппарат ярҙамында башҡарыла. 
«BashDic» Windows өсөн универсаль базала яһалған, уның аналогы юҡ. “Китап” нәшриәтенең сайты аша ғына тараласаҡ.
Проекттың маҡсаттары:
- Заманса информацион һәм телекоммуникация технологияларын ҡулланып, башҡорт телен үҫтереү, киңәйтеү һәм һаулығы сиклеләргә еткереү;
- Һаулығы сиклеләрҙе һәм инвалидтарҙы башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыһыныу уятыу, иғтибар йәлеп итеү һ.б. 
Электрон уҡыу баҫмаһының презентацияһы 21 февраль 12:00 сәғ.
махсус китапханала үтәсәк. Адрес: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.