Афған көл-күмере...

Памятка
Афғандан совет  ғәскәрҙәрен сығарыуға 25 йыл үтеүенә айҡанлы Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы «Афған көл-күмере минең йөрәгемде һыҙлата» тигән хәтер дәфтәрен сығарҙы. Хәтер дәфтәре эре шрифт менән баҫылған һәм юғары класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән.
Хәтер дәфтәренең һынау өсөн сығарылған тәүге тиражы махсус рәүештә 28-се Өфө махсус (коррекцион) мәктәп-интернаты уҡыусылары иғтибарына тапшырылды. Мәктәп-интернатта шундай уҡ исемле кисә үтәсәк. Уҡыусылар махсус китапхананың хеҙмәткәрҙәре менән бергә афған геройҙарына арнап хәтер кисәһе үткәрәсәктәр, унда шиғыр һөйләйҙәр, һуғыш ветерандары менән осрашыу буласаҡ.
Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем  дауам итте. Шулай итеп һуғыш 9 йыл 1 ай 19 көн буйы һуҙылды.
1989 йылдың 15 феврале ҡыуаныс, шатлыҡ көнө була, сөнки ғазаплы һәм йонсотҡос һуғыш тамамлана. Шулай ҙа был көн ҡайғылы ла, сөнки бөтә һалдаттар ҙа тыуған еренә тере ҡайта алманы.
1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем Афғанстанда 620 мең совет һалдаттары, офицерҙары, генералдары ғәскәри бурыстарын үтәй. Ошо ваҡыт арауығында 14453 кеше - яраларҙан, бәхетхеҙ ваҡиғаларҙан улде, эҙһеҙ юғалды, плендан ҡайтманы, 35 меңе – йәрәхәт алды.
Әйҙәгеҙ  яуҙа үлгән яугирҙарҙың рухтары өсөн бер минутҡа тын ҡалайыҡ. Уларҙың яугирлығына, батырлығына, ҡаһарманлығына баш эйәйек.
 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.