Сәнғәт төнө уҙҙы

Ночь искусств прошла
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында А. П. Чеховтың “Тәҡдим” пьесаһы буйынса “Сәнғәт төнө” үтеп тә китте. “Сәнғәт берләштерә” девизы аҫтында һуҡыр һәм насар күреүсе һәүәҫкәр актерҙыр үҙҙәренең театр өлкәһендәге таланттарын күрһәтте. Этюд 4 ноябрь иртәнге сәғәт 9-ҙа китапхана сайтында онлайн барҙы.
Европаның бөйөк драматургтары араһында А. П. Чехов яҡты йондоҙ булып балҡый. Ысынлап та, ул сәхнә өсөн бик күп драматик әҫәрҙәр, комедия, водевиль ижад итте.
“Тәҡдим” пьесаһында махсус китапхананың ҡулланыусылары – Марина Иванова, Илдар Мансуров, Алексей Майоров ҡатнашты. “Сәнғәт төнө”ндә спектаклде 200-ҙән ашыу кеше ҡарай алды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.