Библиотека тураhында
“Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенең 1935 йылғы бер һанында Өфө һуҡырҙар йәмғиәте ҡарамағында китапхана асылыуы тураһында бәләкәй генә бер мәҡәлә донъя күрә. Ваҡыт үтә. Йәмәғәт китапханаһы ғына уҡыусыларҙың көндән-көн үҫә барыусы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмай. Шуға ла Өфө ҡала мәғәриф бүлеге йәмәғәт китапханалары фондын үҙ балансына ала һәм һуҡырҙар өсөн 18-се һанлы махсус китапхана асыла.Ул Бакунин урамындағы 8 квадрат метр майҙанлы. авария хәлендәге йортта урынлаша, һуңыраҡ китапхананың майҙаны 25 квадрат метрға етә. Китапхананың үҫеш юлы еңелдән булмай. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, фронта яраланып, һукыр ҡалған элекке яугирҙәр ҙә китапханаға йөрөй башлай. Улар йәш һәм дәртле була, уҡырға һәм йәшәргә, йәмғиәттең файҙалы ағзаларына әйләнергә теләй. Укыусылар һаны арта.
Китапханаға республика статусы бирелгәс, Бөтә Союз һуҡырҙар йәмғиәтенең беренсел ойошмаларында уның күсмә формалары барлыҡҡа килә, Бәләбәй, Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы уҡыу-еештереү предприятиеларында филиалдар асыла. Улар үҙҙәренең эшмәкәрлеген көндән-көн киңерәк йәйелдерә барып, бөтә төр категория инвалидтарын ла хеҙмәтләндерә башланы. 1963 йылда китапхана Коммунистик урамындағы айырым йортҡа күсә. Фондтар үҫә, уҡыусыларҙың һаны арта бара, китапхана өсөн был йорт тар була башлай¬ – яңы бинаға мохтажлыҡ тыуа. Төҙөлөш бик оҙаҡ бара, бары тик 1986 йылда ғына китапхана хәҙерге яңы иркен бинаға күсерелә.
Эшмәкәрлеге дәүерендә китапхана ҙур ғына уңыштарға иреште: Бөтә Рәсәй һәм Башҡортосан республикаһы кимәлендә үткәрелгән бер нисә конкурста еңеү яуланы, физик мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың ялын ойоштороуға нигеҙ һалыусы булды. Беҙҙең китапхана¬ - Брайлер китаптарын текста график һүрәттәр менән биҙәүсе башҡорт, рус, татар телдәрендә мультиаудиокитаптар сығарыу буйынса лидерҙар иҫәбенә инә.
Һуҡырҙар китапханаһы бөгөн-төрлө ҡоролмаларҙа теркәлгән мәғлүмәт фонды, китапхана эшмәкәрлеге тулыһынса компьютерлаштырылған, берҙем эске селтәр һәм Интернетта веб-сайт булдырылған, күреү һәләте насар хеҙмәткәрҙәр өсөн эш урындары автоматлаштрылған, тейешле тифлокоролмалар менән тәьмин ителгән.
Но самое главное, это люди, которыми создана такая библиотека. Ләкин иң мөһиме, шундай библиотеканы эшләгән кешеләр.
В 1960 году руководство библиотекой принял Алексей Николаевич Спиридонов. Будучи инвалидом Великой Отечественной войны, незрячим, Алексей Николаевич почти 25 лет направлял деятельность библиотеки в правильное русло, именно по его настоянию проектируется новое здание для библиотеки на улице Кирова. 1960 йылда етәкселекте Алексей Николай улы Спиридонов үҙ ҡулына ала. Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, һуҡыр булһа ла Алексей Николаевич 25 йыл дауамында китапхана менән идара иткән, тап уның етекселеге аҫында Киров урамында китапхнаға яңы бина проекты төҙөлгән.
20 йылдан артыыҡ китапхананы Людмила Николаевна Гагилева етәкләгән. Үҙен-үҙе бер ҙә йәлләмәй ул күп көс түккән. Тап уның етәкселегендә библиотека72 махсус библиотекалар арахында лайыҡлы урын биләй.
70 йыл эсендә ҡайһы бер