новогодний календарь

Инновацион- методик бүлек

Бүлек эшенең маҡсаты - китапхана эшмәкәрлеген республикалағы йәшәү  мөмкинлектәре төрлө формала сикләнгән кешеләр менән эшләүсе башҡа китапханалар өсөн методик һәм координация үҙәге булараҡ үҫтереү һәм яҡшыртыу.

  Бүлек инвалидтар менән эш буйынса тәҡдимдәр бирә, статистик материалдарҙы күҙаллай, йыя, дөйөмләштерә:

-китапхана һәм уның бүлексәләренең контроль күрһәткестәренә мониторинг алып бара;

- һуҡырҙар һәм башҡа категория инвалидтар менән эшләүсе китапханаларҙың эш тәжрибәһендәге яңы технологияларҙы һәм традицион булмаған эш формаларын асыҡлай, дөйөмләштерә һәм тарата;

- методик ҡулланма һәм тәҡдимдәр эшләй;

- яңы технологик процестарҙы документтар менән тәъмин итеүҙә, китапхана эшмәкәрлеген регламентлаусы иҫкергән документтарҙы заманса редакторлауҙа ҡатнаша,

- һаулыҡтары сикләнгән кешеләр менән эшләүсе китапхана хеҙмәткәре өсөн квалификация арттырыу сараларын ойоштора;

- инвалидтарға, дефектологтарға һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә дефектология, тифлопедагогика, тифлология буйынса методик, библиографик, психологик ярҙам күрһәтә;

-инвалидтар менән алып барылған эшмәкәрлекте үҫтереү маҡсатында консультатив һәм практик ярҙам күрһәтә;

- инвалид уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереүсе   китапханаларҙың эш үҙенсәлектәренә бәйле регламентлаусы, технологик һәм инструктив характерҙағы документтар, методик ҡулланма һәм ярҙамсы материалдарҙы эшкәртә.

Һуҡырҙар өсөн махсус китапхана Башҡортостан Республикаһындағы, Рәсәй Федерацияһындағы, сит илдәрҙәге башҡа китапхана һәм ойошмалар менән эшмәкәрлеген ойоштора һәм координациялай.

- инвалидтарҙы китапхана мәғлүмәте  буйынса хеҙмәтләндереүҙең көнүҙәк проблемаларына арналған мәҡәләләр йыйынтығын, тәҡдимдәрҙе һәм библиографик ҡулланмаларҙы редакторлай, баҫмаға әҙерләй.

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.