Стәрлетамаҡ филиалы

453103, Стәрлетамаҡ, Свердлов урамы, 71

(3473)438304 , brbs-str@rambler.ru

Ҡағиҙә

«Иң яҡшы моделле махсус китапхана» номинацияһында

ҡатнашырға ғариза биреү

Стәрлетамаҡ филиал

Стәрлетамаҡ Башҡортостанда ҙурлығы буйынса икенсе урында тороусы  иң матур ҡала, унда 270 мең кеше йәшәй.

Ул Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында, Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Ҡаланың исеме ике һүҙҙән килеп сыҡҡан: Стәрле – йылға исеме һәм тамаҡ (йылға тамағы). Уның янында дүрт бейек тау (шихандар) бар. Уларҙы барлыҡка килтереүсе таш булып ҡатҡан  риф массивтары туристар һәм спортсыларҙың  яратҡан урыны.  Стәрлетамаҡ Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә иң йәшел һәм таҙа ҡала һанала.  Ул  республика конкурстарында  бер-нисә йыл  рәттән  тәүге урындарҙы яулай, ә 2007 йылда  «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы»   Бөтә Рәсәй конкурсында  «Алтын ҡала» титулына лайыҡ булды.

Стәрлетамаҡтың тормошон уның мәҙәниәте һоҡланғыс театрҙары, мәҙәниәт һарайҙары, фестивалдәре һәм халыҡ ижады конкурстары, китапханаларынан тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын.

Сит кешеләргә «Һуҡырҙар өсөн..» һүҙбәйләнеше ят кеүек күренә. Ә белгән кеше аңлай: күреү һәләтен юғалтҡан кешегә китап – донъяға берҙән-бер тәҙрә, дуҫ һәм кәңәшсе, әңгәмәләш һәм табип, ә уҡыу­­­­­ ­ йәшәүгә тиң.

Күреү һәләтенән мәхрүм кешеләргә мәғлүмәт ағымында йүнәлеш  биреү һәм уны дөрөҫ ҡулланыу тулыһынса комплектланған һәм модернизацияланған китапхананың бурысы.

Күрмәгән һәм күреү һәләте насар булған ҡулланыусыларға мәғлүмәт ресурстары бар яҡтан да аңлайышлы булһын өсөн һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһының Стәрлетамаҡ филиалы «Иң яҡшы китапхана - 2007» конкурсында ҡатнашып, « Иң яҡшы махсус китапхана» номинацияһында еңеү яуланы, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының автоматлаштырылған эш урындары төҙөү өсөн грантына лайыҡ булды. Был грант «Асыҡ донъя» ­айырым ихтыяжлы уҡыусылар өсөн махсус китапханаларҙа белем һәм мәғлүмәт алыу мөхитен булдырыу проектын тормошҡа ашырыу өсөн бирелде.

Стәрлетамаҡ филиалы хеҙмәткәрҙәре үҙ  китапханаларында яңы модель һәм уңай имидж булдырыу өсөн ҙур көс һала. Филиал бөгөн –моделле китапханалар стандартына яуап биреүсе Рәсәйҙәге берҙән-бер махсус китапхана.

Ундағы һәйбәт комплектланған фонд ҡулланыусыларға төрлө формала һәм форматтағы баҫмалар тәҡдим итә: ябай китаптарҙан тыш, «ҡул менән» уҡый торған Брайль китаптары ла бар. Грампластинкалар фонотекаһы күрмәгән кешеләргә радиоспектаклдәр һәм китап яҙмаларын тыңларға мөмкинлек бирә. Тифломагнитофон ярҙамында  «һөйләшеүсе» китаптар башта  ҡағыҙ төргәктәрҙә, ә һуңынан аудиокассеталарҙа сығарыла башлай. Хәҙер һуҡыр ҡулланыусылар араһында иң популяры ­­ электрон «һөйләшеүсе» китаптар.

 Ләкин китапҡа эйә булыу ғына етмәй, ә уны ҡулланыусыларға уңайлы ваҡытта,  кәрәкле урында табып бирергә ярҙам итеү ҙә мөһим. Китаптар доняһының компасы һаналған картотека һәм каталогтар, уларҙың электрон папкалары китапханасыларҙың иң ҙур ярҙамсылары. Моделле махсус китапхана үҙ микрорайонының социаль - көнкүреш һәм хоҡуҡи мәғлүмәт үҙәге лә. Унда һуҡырҙар һәм насар күреүселәргә белем биреү, уларҙың ялын ойоштороу, мәғлүмәт менән тәьмин итеү буйынса ла ҙур эш башҡарыла. Хеҙмәткәрҙәрҙең ижади эше, яңы технологиялар ҡулланыу  – уҡыусыларҙы юғары кимәлдә хеҙмәтләндереү, уларҙы төрлө мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙең тәүшарты. Ябай булмаған уҡыусыларҙы бында ҙур иғтибар, айырым йылы атмосфера көтә.

Китапхананың бай мәғлүмәт  ресурстары менән һуҡырҙар һәм насар күреүселәр генә түгел, ә  инвалидтарҙың башҡа категориялары ла ҡуллана ала. Был маҡсатта «Традицияларҙы һаҡлау  – яңылыҡтар индереү» проекты эшләнгән.  Ул 2004 йылдан бойомға  ашырыла. Китапханала мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡһындырғыс формала осрашыу кисәләре, яңы китаптар презентацияһы, музыкаль һәм әҙәби кисәләр, «Һаулыҡ өсөн яҡшы кәңәштәр» клубының ултырыштары үтә. Уҡыусыларға төрлө тематикалы әҙәбиәт менән танышыу, аралашыу, ял итеү өсөн китапханала тыныс, уңайлы шарттар булдырылған. Күреү һәләтенән мәхрүм уҡыусылар яңы технологиялар ярҙамында электрон баҫмаларҙы уҡыу һәм Интернет менән файҙаланыу өсөн автоматлаштырылған эш урындары менән тәьмин ителгән. Бөгөн бында һәр көн үҙгәрештәргә бай. Беренсенән, мәғлүмәти үҫеш, филиал был йүнәлештә ҙур уңыштарға өлгәште. Шул уҡ ваҡытта китап уҡыусыларҙың интеллектуаль кимәле күпкә күтәрелде: улар үҙ микрорайондарынан ситкә китмәй генә, кәрәкле мәғлүмәткә эйә була ала.

Хәҙер был китапхана уҡыусылары, аралашсыларҙан башҡа, үҙ аллы, кәрәкле көндәлек мәғлүмәтте ала ала. Бының өсөн махсус программалар һәм яраҡлаштырылған технологиялар киң ҡулланыла, улар бай һәм күп төрлө мәғлүмәткә юл аса. DVD плеер һәм музыкаль үҙәктәр, компьютерҙар ярҙамында ла китапты тыңларға мөмкин.

Махсус  техник һәм компьютер ҡорамалдары мәғлүмәтте экрандан уҡырға ярҙам итә, был күреү һәләте сикләнгәндәр өсөн бик мөһим.

 «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законға ярашлы, уҡыусылар документтарҙы һәм китаптарҙы электрон формала туған телдә уҡыу мөмкинлегенә эйә, бының өсөн улар махсус компьютер ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Һуҡыр уҡыусылар «Консультант плюс» хоҡуҡи мәғлүмәт системаһын һәм CD дискылағы тулы текстлы базаны файҙалана ала.

Сәләмәтлектәре  сикләнгән уҡыусылар  һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһының сайты менән файҙалана ала. Бында башҡорт һәм рус телендәге китаптарҙың тулы текстары бирелгән. Төп китапхана сайтында һуҡырҙар өсөн беренсе моделле китапхананың  махсус бите булдырылған. Киләсәктә Стәрлетамаҡ филиалы уҡыусылары һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһының үҙ электрон каталогы һәм Башҡортостан Республикаһындағы бөтә дөйөм ҡулланышлы китапханаларҙың да каталогтары менән файҙалана аласаҡ.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы хакимиәтенә, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, бағыусылар һәм башҡа китапханалар ярҙамында, үҙ китапханаларында башҡаларҙан айырылып торған уңайлы шарттар булдырҙы. Һуҡырҙар һәм насар күреүселәрҙең мәғлүмәт реурстары менән файҙаланыу, заманса китапхана стандарттарына яҡынлашыу мөмкинлеге артты. Уҡыусыларҙың айырым контингенты менән эшләү өсөн 2 штат берәмеге булдырылған. Филиал менән Хәйбуллина Лилиә Тимерғаяз ҡыҙы етәкселек итә, Гатина Ләйсән Радим ҡыҙы китапханасы булып эшләй. Даими рәүештә үҫеп, яңырып, төрләнеп  торған мәғлүмәт  технологияларын ҡулланыу өсөн һәр саҡ белемде камиллаштырып тороу талап ителә. Китапханасылар үҙ аллы һәм «төп» китапхана программистарынан өйрәнеү һөҙөмәһендә алған белемдәрен ғәмәлдә уңышлы файҙалана. Шулай уҡ улар белемдәрен  һуҡыр һәм насар күреүсе ҡулланыусыларға ла еткерә. Билдәле шағир Иосиф Бродский «Һуҡырҙар яҡтылыҡты һәм күләгәне белмәй, донъяны ҡулдары менән тотоп ҡарап йәшәй…», —­­­­­­­­­ тигән. Бөгөн махсус китапхана үҙенең һуҡыр һәм насар күреүсе уҡыусыларына белем нурҙарын таратып, башҡалар менән бер рәттән, мәғлүмәт менән тәьмин итеү өсөн бар мөмкинлектәрҙе лә файҙалана.

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.